Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май , 14:55

Бөйөк ҡаһарманлыҡ - халыҡ хәтерендә

Бөйөк Ватан һуғышы 1418 көн һәм төн дауам иткән. Меңәрләгән әсә - улһыҙ, балалар  - атайһыҙ, ҡыҙҙар - йәрһеҙ, ҡатындар тол ҡалды. Яуҙа ятып ҡалған һалдаттар һәйкәл һәм йыр булып ҡайтты.  Ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары, өҫтәмә һәм урта дөйөм белем биреү учреждениелары әҙерләгән бай йөкмәткеле концертта яңғыраған сығыштарҙың, бейеүҙәрҙең барыһы ла Еңеү һалдаттары хөрмәтенә арналғайны. 

Бөйөк ҡаһарманлыҡ - халыҡ хәтерендә
Бөйөк ҡаһарманлыҡ - халыҡ хәтерендә

Беҙҙең тыныс тормош өсөн көрәшкән бер һалдат та онотолорға тейеш түгел! 

Бөйөк ҡаһарманлыҡ - халыҡ хәтерендә
Бөйөк ҡаһарманлыҡ - халыҡ хәтерендә
Автор:Лена Абдрахманова