Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май , 14:40

Уңыштарын Еңеү һалдаттарына арнанылар

Бөйөк Еңеүгә арналған сараның тантаналы өлөшө тамамланыу менән халыҡ шартлыса ике төркөмгә бүленә. Уның береһе - байрам концертын ҡарарға, икенсеһ еңел атлеттар һәм велоуҙышсылар ярышын тамаша ҡылырға ашыға.   

Уңыштарын Еңеү һалдаттарына арнанылар
Уңыштарын Еңеү һалдаттарына арнанылар

"Путь Октября" гәзите призына еңел атлетика ярышында 3-сө гимназия спортсыларына етеүсе булманы. Улар абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе коллективы, 1-се һәм 4-се мәктәп командаһы уңышлы сығыш яһаны. Предприятиелар һәм ойошмалар араһында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, "Мәләүез минкраль ашламалар" йәмғиәте тәүге ике урынды бүлеште. Һөнәри белем биреү учреждениеларынан Мәләүез күп йүнәлешле һөнәри колледж һәм Башҡортостан технологиялар һәм идаралыҡ институты спортсылары маҡтаулы урын яуланы. 

Уңыштарын Еңеү һалдаттарына арнанылар
Уңыштарын Еңеү һалдаттарына арнанылар
Автор:Лена Абдрахманова