Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2022, 11:01

Боролоп-боролоп аға Ағиҙел, Матурҙан да матур беҙҙең ил!

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Иштуғанда үткән сара шулай тип аталды.

Боролоп-боролоп аға Ағиҙел, Матурҙан да матур беҙҙең ил!
Боролоп-боролоп аға Ағиҙел, Матурҙан да матур беҙҙең ил!

 

Был тораҡ пунктта ойошторолған байрамдар, туй, никах кеүек тантаналы ваҡиғаларҙың барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскә һалыуҙан башлана. Был күркәм традицияны иштуғандар бөгөн дә ҙур теләк менән атҡарҙы. Беҙҙең быуынға тыныс тормош, бәхетле бала саҡ бүләк иткән яугирҙәрҙе бер минут тын ҡалып, иҫкә алғас, мәсеттә улар рухына доға ҡылдылар. Байрам көндәрендә генә түгел, ә Еңеү яҙын килтергән һалдаттар исеме һәр ваҡыт тел осонда ауыл халҡының. Сөнки фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа ҡағылышы булмаған бер ғаилә лә ҡалмаған унда. Берәүҙәр улын, икенселәр ирен, өсөнсөләр һөйгән йәрен оҙата...

Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белә иштуғандар. Шуға ла уның һәр көнөн лайыҡлы үткәрер өсөн айыҡ тормошто һайланылар ҙа инде. Был тәңгәлдә үҙ көстәре менән төҙөгән ғибәҙәтхананың да роле баһалап бөткөһөҙ. Ауыл аҡһаҡалы, ветерандар советы рәйесе Сынбулат Байрамғолов билдәләүенсә, бәләкәй генә аҙымдар менән булһа ла, иман йортона барыусылар, үҙ асылына ҡайтыусылар һаны йылдан-йыл арта, дини йолалар атҡарыла. Быларҙың барыһы ла халыҡты тәртипкә, әҙәплелеккә, сәләмәт тормошҡа күндерә.

Артабан байрамға килеүселәр ижтимағи-мәҙәни үҙәк бинаһында урынлашҡан музейға йүнәлде. Унда ҡунаҡтар ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы, күренекле кешеләре, боронғо көнкүреш әйберҙәре, тарихи фотолар менән танышты. Шулай ҙа иң ҡыҙыҡлыһы Иштуған һыуһаҡлағысы төҙөлөшө хаҡында мәғлүмәт булғандыр. Был хаҡта заманында уға ҡаршы әүҙем көрәшселәрҙең береһе Урал Мөхәмәтшин мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс итеп һөйләне.

“Бында диңгеҙ буласаҡ!”

Ошондай яңғырауыҡлы һүҙҙәр менән башланып китә Иштуған һыуһаҡлағысы. Әлбиттә, уға әҙерлек эштәре алдан уҡ алып барыла. Төҙөлөш яҡлылар Ағиҙел йылғаһының сифатын яҡшыртыу, һал ағыҙғандағы ҡалдыҡтарҙан таҙартыу, республиканы һыу менән тәьмин итеү тигән маҡсатын ҡуя. Әммә алдынғы ҡарашлы экологтар, ғалимдар, йәмәғәт ойошмалары һәм, әлбиттә, ауыл илһөйәрҙәре уға ҡаршы сыға.

-Ул ваҡытта күсмәй ҡалғандар барыһы ла хәтерләйҙер: балсыҡ һәм төҙөлөш материалдары ташыған йөҙәрләгән техника, ер һәм тау ҡыртышын кимергән экскаваторҙар аҫтында ауыл дер һелкенеп торған кеүек ине, - ти Урал ағай.

Экологияны һаҡлаусылар яғы көслө, дөрөҫөрәге хаҡлы булып сыға. Шулай итеп, бер нисә йылға һуҙылған көрәш, төрлө кимәлдәге акциялар, митингылар һөҙөмтәһендә гидростанцияһы булған һыу күләме яҡынса 3 миллиард кубометрлыҡ яһалма диңгеҙ төҙөлмәй ҡала. 

Эйе, иштуғандар еңде. Ауылдарын, атай-олатайҙарының мәңгелек йортон һаҡлап алып ҡалдылар. Берҙәмлектәре, ергә, атай-олатайҙар аманатына тоғролоҡтары менән еңеп сыҡтылар. Таҙа һыу, таҙа һауа, тыуған төйәк өсөн көрәштеләр. Әйҙәгеҙ, уларға айыҡлыҡ һәм сәләмәт тормош өсөн көрәштә лә еңеүҙәрен теләйек!

“Таҙа һыу” бренды

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ” поэмаһында шундай һүҙҙәр бар: “Ағиҙелдең көнө-илдең көнө. Ағиҙелдең йөҙө-ил йөҙө”. Республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сараның да лейтмотивы таҙа һыу ине. Йылғаның элекке үҙәне буйында ҙур сәхнә ҡоролғайны. Уның һул яғында ауыл уңғандарының ҡул эштәре урын алған, һул ҡырында тирмә ҡоролғайны. Ярҙы ярып сыҡҡан яңы шишмәне буралап ултыртҡандар. Балалар өсөн дә уйын майҙансыҡтары булдырылған. Ситтән ҡараһаң, ул башҡорт йәйләүен хәтерләтә ине.

Ер-һыуың ниндәй, ил-йортоң да шундай. Сараның тантаналы өлөшөндә иштуғандарҙы байрам менән ҡотлағанда район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова ла шул хаҡта билдәләп үтте.

-“Айыҡ ауыл” республика конкурсы положениеһы буйынса ҡатнашыусылар үҙенсәлекле бренд уйлап табырға тейеш ине. Эсәр һыу таҙалығы темаһы яҡын булғас, иштуғандар “таҙа һыу” исемен булдырыуы бик урынлы килеп сыҡҡан. Үҙегеҙҙе туйындырған йылғаны һаҡлап ҡалдығыҙ. Һеҙҙә инеш-шишмәләр, хатта дауалау көсөнә эйә булғандары ла бар, - тине Лилиә Зиннур ҡыҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Берлек” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, сәйәси фәндәр кандидаты Радик Мырҙағәлиев, Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы рәйесе Рим Әлмөхәмәтов үҙҙәренең сығышында ауыл кешеләрен айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе быуынды йолаларға таянып тәрбиәләү, эскелектән, тәмәке тартыуҙан һәм наркотиктарҙан һаҡлау маҡсатында ойошторолған республика конкурсының әһәмиәтен юғары баһаланы. Алкоголизмға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм урындағы үҙидара органдарының сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса эшмәкәрлеген дәртләндереү йәһәтенән дә отошло ул. Ысынлап та, һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар бик күп үткәрелде, уларҙа халыҡ әүҙем ҡатнашты. Уның тураһында Иштуған ауыл биләмәһе хакимиәте Ринат Әлмөхәмәтов та һөйләп үтте. Сығышы һуңында ошо байрамды ойоштороуға үҙ өлөшөн индергән фермерҙарға, ауыл активына рәхмәт белдерҙе. Был көндә ауыл старостаһы Ғәзинур Сәғитов, Софья Байрамғолова, Гөлшат Мәһәҙиева, Людмила Баязитова, Гөлназ Солтанғолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Иштуған – күптәрҙең яратҡан ял урыны

Концерт номерҙары ла башлыса “Киленгә һыу юлы күрһәтеү” кеүек һыу менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәрҙән, йыр һәм бейеүҙәрҙән ғибәрәт ине. Ғөмүмән, һәүәҫкәр артистарҙың сығышында урындағы халыҡтың йәшәйешен күрергә була ине. Дәртле лә, ҡыйыу ҙа, тәүәккәл дә, күтәренке рухлы ла ул иштуғандар. Үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, тырышып донъя көтәләр. Малсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, баҡса үҫтерәләр, күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар.

Айыҡ тормошто ла улар аңлы рәүештә һайланы. Үҙҙәренә атай-олатайҙары был изге ерҙәрҙе ниндәй хәлдә бүләк итеп ҡалдырған, килер быуынға ла шул килеш тапшырырға тырыша улар. Шуға ла карьерҙарға ял итергә килеүселәрҙе тыуған ерҙе, эсер һыуҙарҙы һаҡлауға өндәй. Йәйге миҙгелдә Иштуған, ысын мәғәнәһендә, күптәрҙең яратҡан урынына әйләнә. Республиканың төрлө төбәгенән һыу ятҡылыҡтарын иңенән буйына йөҙөргә яратҡандарҙы ла, балыҡсыларҙы ла йыш осратырға мөмкин. Ҡыҫала тотоу буйынса чемпионат та бында үтә. Был һыу йәнлектәре иһә таҙа һыуҙа ғына йәшәгәнлеге барыһына ла мәғлүм. Иштуғандар тап ошо һыу таҙалығы өсөн көрәште һәм еңде. “Айыҡ ауыл” конкурсында ла алдынғы урындарҙы яулар, тип өмөтләнәбеҙ.

Боролоп-боролоп аға Ағиҙел, Матурҙан да матур беҙҙең ил!
Боролоп-боролоп аға Ағиҙел, Матурҙан да матур беҙҙең ил!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: