Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2022, 07:38

Башҡортостанды туристар үҙ итә

Быйыл дүрт миллион турис килеүе көтөлә.   Был  миҙгелдә Башҡортостандың  иҫтәлекле урындарына ике-өс көнлөк сәйәхәт ойоштороуға  ихтыяж булыуы ихтимал.  Айырыуса иғтибарҙы  республиканың этникаһы һәм милли ашханаһы йәлеп итә.

Башҡортостанды туристар үҙ итә
Башҡортостанды туристар үҙ итә

Коллектив аҡсалар ҡунаҡханаларға, отелдәргә киләсәк, тип хәбәр итә «Suleyman Travel»  Экскурсиялар үҙәге генераль  директоры Ләйсән Сөләймәнова. Эксперт фекере буйынса ике-өс көнлөк ялға килеүсе туристарҙың иң ҙур ағымы Свердловск, Силәбе һәм Нижегород өлкәләренән көтөлә. Үҙәк федераль окрутан һәм башҡа төбәктәрҙән оҙайлыраҡ – биш-ете көнлөк маршруттар көтөлә. Туристарҙы  төпкөл  ауылдарға барып, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеү ҡыҙыҡһындыра.

Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ  һәм туризм мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл беҙҙең  республика  дүрт миллион туристы ҡабул итмәксе. Саралар «Туризм» милли проекты сиктәрендә ойошторола. Ростуризм етәксеһе  Зарина Догузова был юғары курорт миҙгелендә – майҙан алып сентябргә тиклем илдә 31 миллион турист ял итәсәк, тип билдәләне. Был туристик ағымдың  бик яҡшы үҫеше һәм уға ихтыяж арта тигән һүҙ. Тимәк, Рәсәй һәм уның төбәктәре буйлап сәйәхәт итергә теләүселәр ҙә арта. Башҡортостан Республикаһы туристарҙы  традицион  рәүештә  бай хозур тәбиғәте һәм милли колориты менән үҙенә тарта. Беҙҙең төбәк уникаль тәбиғәт объекттары, тарихи ҡомартҡылары, сәнғәте һәм мәҙәниәте менән дан тота. Бында һәр кем йәне теләгәнсә ял итә ала – йәйге, ҡышҡы, һауыҡтырыусы  һәм экскурсион туризмды таба ала.

Мотлаҡ барып күрерҙәй  иң-иң шәп биш урын:

Ер йөҙөндәге иң боронғо тауҙарҙың береһе  – Торатау.  Ишембай районындағы уникаль ҡомартҡыға 300 миллиондан ашыу йыл.
Шүлгәнташ  мәмерйәһе –  Уралдың  иң эре күп ҡатлы  карст  мәмерйәләренең береһе, унда ҡаяға төшөрөлгән боронғо палеолит дәүеренә ҡараған һүрәттәр бар.

Туймазы районындағы   Ҡандракүл –  Европаның  урман-дала зонаһындағы иң эре күлдәрҙең береһе.

Күгәрсен районындағы «Мораҙым  тарлауығы»  тәбиғәт паркы  –  Уралдағы  иң тәьҫоратлы мәмерйәләр комплексының береһе.

Нөгөш һыуһаҡлағысы –  яһалма диңгеҙ, Урал тауҙарының көньяҡ армыттарындағы  иң гүзәл,  Башҡортостанда  халыҡ күпләп йөрөгән  ял итеү урындарҙың береһе.

Башҡортостанды туристар үҙ итә
Башҡортостанды туристар үҙ итә
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: