ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2022, 14:24

Балалар баҡсаһынан - ”Белем иле”нә!

Яңы ғына тәпәй баҫҡан, “әсәй”, “атай” тип тәүге һүҙҙәрен әйткән, һөйләшергә өйрәнгән балаларыбыҙға-ҡошсоҡтарыбыҙға ла ҡанат нығытыр ваҡыт етте. Ҡулдарынан етәкләп, уларҙы кисә генә бында алып килгән кеүекбеҙ. Ә бөгөн ошо йылы, яҡты, ҡунаҡсыл һәм күптән инде тыуған йортҡа әйләнгән балалар баҡсаһы менән хушлашыу мәле етте.

Балалар баҡсаһынан - ”Белем иле”нә!
Балалар баҡсаһынан - ”Белем иле”нә!

 

Бында беҙҙең бәләкәстәребеҙ күп нәмәгә өйрәнде: үҙҙәрен тәртипле тоторға, ауыр саҡта бер-береңә ярҙам итергә, бөхтәлеккә һәм йыйнаҡлыҡҡа, кеселәргә – кеселекле, ололарға кешелекле булырға. Шуға ла бөгөн беҙҙең, 15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһының “Тирмәкәй” төркөмөндә тәрбиәләнгән балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең күңел түрендә йылы һүҙҙәр генә урын алған. Иң беренсе, ошо мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы мөдире Алһыу Миҙхәт ҡыҙы Байсароваға, педагог-психолог Наилә Заһир ҡыҙы Әминеваға рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә. Тап уларҙың етәкселеге, тәжрибәһе, иғтибарлы мөнәсәбәте менән беҙҙең баҡсаға йөрөгән осор әкиәт һымаҡ булды. Был тойғо беҙҙең балаларҙы үҫкәс тә оҙаҡ ваҡыт оҙатып йөрөр, тип ышанабыҙ.

Матурлыҡты күрергә, нимә яҡшы, нимә насар икәнен айырырға өйрәткән тәрбиәселәребеҙ Зөһрә Ғирфан ҡыҙы Сираева, Фәнилә Ғәлимйән ҡыҙы Ҡунаҡҡолова, Айгөл Әхтәм ҡыҙы Дәүләтбирҙина, төркөмөбөҙҙә ҡот һәм тәртип булдырған тәрбиәсе ярҙамсыһы Зәлиә Айрат ҡыҙы Исхаҡова, балаларыбыҙҙың төрлө һәләтен асып, уны үҫтергәне өсөн музыкаль етәксебеҙ Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы Зиянбаева, физик культура инструкторы Әнисә Әсхәт ҡыҙы Дәүләтбирҙина, башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфирә Миңлеәхмәт ҡыҙы Абдулова, инглиз теле уҡытыусыһы Ирина Борисовна Попковаға рәхмәттәребеҙ сикһеҙ.

Балалар баҡсаһы һәм яратҡан тәрбиселәребеҙ менән хушлашыуы еңел түгел беҙгә. Көн һайын унда ҡыҙҙарыбыҙ һәм улдарыбыҙ иртәнән алып кискә тиклем тәрбиәселәребеҙ ҡурсауында, яҡлауында булды. Көн һайын унда беҙҙе яратҡан күңелле һәм ҡыҙыҡлы уйындар, тылсымлы әкиәттәр һәм уларҙың геройҙары, мауыҡтырғыс дәрестәр, күнекмәләр ҡаршы алды. Барыһы-барыһы өсөн дә рәхмәт!

Бөгөн беҙҙең яратҡан балалар баҡсаһында – сығарылыш байрамы. Шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта бик моңһоу ҙа беҙгә. Оҙаҡламай балаларыбыҙҙы еҙ ҡыңғырау тауыштары “Белем иле”нә саҡырыр. Алда уларҙы мауыҡтырғыс тормош, яңы ҡыуаныстар, яңы талаптар көтә.

Аҡ юл теләйбеҙ һеҙгә, бәләкәстәр! Осраған ҡаршылыҡтарҙы, һынауҙарҙы еңел генә үтергә насип булһын балаҡайҙарыбыҙға.

15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһының “Тирмәкәй” төркөмө ата-әсәләре.

 

Балалар баҡсаһынан - ”Белем иле”нә!
Балалар баҡсаһынан - ”Белем иле”нә!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: