Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь , 08:00

Бөгөн - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

1 апрелдән республикала Социаль координаторҙар хеҙмәте эшләй башланы. Был хеҙмәт пенсионерҙарға, инвалидтарға, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүҙе ойоштороу өсөн булдырылды. Бындай ойошма Мәләүез ҡалаһында ла бар. Ул Воровский урамы, 6 адресы буйынса “Матбуғат йорто” бинаһында урынлашҡан. Социаль координаторҙар Альбина Ринат ҡыҙы Сафуанова һәм Альбина Шәриф ҡыҙы Арыҫланова граждандарҙың көнкүреш шарттарын, һаулыҡ мөмкинлектәрен асыҡлай, кеше ярҙамына мохтажлығы танылһа, уларҙы стационар һәм ярымстационар учреждениеларға юлларға, урынлаштырырға булышлыҡ итә. Быға тиклем был вәкәләттәрҙе республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү һәм “Ғаилә” район-ара үҙәктәре алып бара ине.

Бөгөн - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
Бөгөн - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

 

- Йәмғиәтебеҙ үҫеш юлынан барыуын дауам итһә лә, арабыҙҙа һәр саҡ хәстәрләүгә, ярҙамға мохтаж кешеләр бар. Яңғыҙ пенсионерҙар, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр, өлкәндәр – береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Әгәр оло йәштәге пенсионер йәки һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән  кеше үҙен-үҙе ҡарай алмаһа, янында уны ашатыусы, тәрбиәләүсе булмаһа, беҙгә мөрәжәғәт итә ала. Һорауҙарығыҙ булһа, 8 (34764) 3-22-06 телефонына шылтыратырға мөмкин. Беҙҙең хеҙмәт психология ярҙмаы ла күрһәтә, - ти социаль координатор Альбина  Сафуанова.

Социаль координаторҙар хеҙмәте Рәсәйҙең һәр районында һәм ҡалаһында булдырылды. Улар өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн интернаттарҙың структура подразделениелары булып тора. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 21 учреждение иҫәпләнә. Мәләүез районына яҡындарынан Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай психоневрология интернаттары һәм беҙҙең ҡалала өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы стационар хеҙмәтләндереү бүлексәһен атарға мөмкин.

Социаль координаторҙар хеҙмәте кураторы – Күмертау психоневрология интернаты директоры урынбаҫары Әлфинур Әхмәтшәриф ҡыҙы Ванюркина. Эш телефоны: 8 (347 61) -26-5-93. Электрон адрес: [email protected]

Бынан тыш, 8-800-775-00-14 республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге “ҡыҙыҡ линия” телефонына шылтыратырға мөмкин.

Бөгөн - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
Бөгөн - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
Автор:Лена Абдрахманова