Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь , 16:19

"100 бүләк - ауылға!"

“Көнгәк” һәм “Путь Октября” гәзитәре редакциялары хеҙмәткәрҙәре район ауылдарында үткәргән “Подписчик көнө” йолаға әүерелде. Был сараны ҡыуанып, көтөп алыусылар күңелде күтәрә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзиткә яҙылыусыларға бүләктәр таратабыҙ.

"100 бүләк - ауылға!"
"100 бүләк - ауылға!"

“Көнгәк” һәм “Путь Октября” гәзитәре редакциялары хеҙмәткәрҙәре район ауылдарында үткәргән “Подписчик көнө” йолаға әүерелде. Был сараны ҡыуанып, көтөп алыусылар күңелде күтәрә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзиткә яҙылыусыларға бүләктәр таратабыҙ. Ошо көндәрҙә Боһорман, Ҡотлобулат ауылдары халҡы менән осрашырға насип булды. Йорт мәшәҡәттәренән айырылып, беҙҙең менән осрашыуға килгән кешеләр саранан йылы тәьҫораттар алып ҡайҡандыр, тип уйлайбыҙ. Һәүәҫкәр артистарҙың сығыштары менән биҙәлгән гәзиткә яҙылыу сараһы ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде. Яратҡан почтальоныбыҙ Лилиә Тәүхитованы ғаиләбеҙ менән көтөп ала. Районда сыҡҡан ике гәзитте лә: “Көнгәк” менән “Путь Октября”ны кинәнеп уҡыйбыҙ, - ти Ҡотлобулатта йәшәгән Вәсилә Вахитова. – Ошондай осрашыуҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Был яҡтарҙа халыҡ гәзит-журналға өҫтөнлөк бирә. Урындағы яңылыҡты “районка”нан белә. Почта хеҙмәткәре Лилиә Халиҡ ҡыҙы Тәүхитованың хеҙмәте оло баһаға лайыҡ. “Подписчик көнө”ндә кешеләр яратҡан баҫмаһына яҙылып ҡына ҡалманы, журналистар менән әңгәмәләште, фекер алышты, бүләк алып ҡыуанды. Светлана ФӘЙЗУЛЛИНА.

"100 бүләк - ауылға!"
"100 бүләк - ауылға!"
Автор:Алия Амирова