Донъяла сәләмәтлектән дә ҡәҙерлерәк бер ни ҙә юҡ. Ә кеше һаулығын ҡайғыртыусы, хәл-торошон еңеләйтеүсе “аҡ халатлы”ларҙың хеҙмәте оло баһаға лайыҡ.
Ауылдарҙа элек-электән медпункттар эшләп килә. Халыҡ өсөн ул изге йортҡа тиң, тиһәм арттырыу булмаҫ. Тормошта ниндәй генә хәлдәр тыумай. Кеше ҡапыл ауырып китә, фажиғәле осраҡтар ҙа юҡ түгел. Шул саҡта бөтәһе лә тәү сиратта фельдшер-акушерға ашыға. Былар яҙасаҡ героиням Рәйсә Абзал ҡыҙы Шәһимәрҙәноваға яҡшы таныш. Медицина өлкәһенә ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған хеҙмәткәрҙең иңендә күпме пациент ҡабул итеү, ярҙам күрһәтеү, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу. Алтынсы класта уҡығанда уҡ буласаҡ һөнәрен аныҡ билдәләгән Рәйсә ханым – мотлаҡ врач булырға. Әммә яҙмышы уға үҙ һынауҙарын әҙерләп ҡуя. Йәшләй генә ата-әсәһен ер ҡуйынына һала ул. Хыялын тулыһынса тормошҡа ашыра алмаған тип әйтеүе урынһыҙ кеүек, сөнки ауылда ул универсаль табип бурыстарын теүәл үтәй. Ауыл фельдшерының эше ябай түгел. Йоҡоһоҙ төндәренең, ялһыҙ көндәренең иҫәбе-хисабы юҡ. Уға ышанып тапшырылған кешеләрҙең сәләмәтлеге, ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойғоһо менән йәшәргә, һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәк. Ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле, ҡыйыу ҡатын ул. Тормошта күңелһеҙ осраҡтар ҙа байтаҡ. Күпме кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалғандыр, билдәһеҙ. Элекке ваҡытта кеҫә телефоны ла, кәрәкле аппарат, йыһаз, транспорт та юҡ. Рәйсә Шәһимәрҙәнова белеменә, тәжрибәһенә таянып, һәр саҡ дөрөҫ диагноз ҡуя, кәрәкле дарыуын эсерә, укол ҡаҙай, ҡатындарҙың йөклөлөк осорон билдәләй, иҫәпкә ҡуя, балаһын тапҡансы күҙәтә, профилактик саралар үткәрә. Ни тиклем ҡыйынға төшһә лә, ҡатмарлы хәлдәрҙә ул ҡаушап ҡалмай, һалҡын аҡыл менән етеҙ һәм дөрөҫ эш итә. Тән һыҙлауы менән яфаланғандарға шифа булырҙай һүҙҙәр табып йыуата, ышаныс уята. Ярҙам һорап, өмөт бағлап, күҙ төбәп килгәндәрҙең һәр береһенә яғымлы ҡарашын, йылы һүҙен йәлләмәй ул.
- Эшем ауыр тип бер ҙә зарланманым. Киреһенсә, кешеләргә ярҙам итә алғаным, өмөттәрен аҡлағаным өсөн шатмын, үҙемдән һәм һөнәремдән ҡәнәғәтмен. Ҡасандыр ҡабул иткән бәпестәрем үҙҙәре өләсәй-олатай. Уларҙы күреп ҡыуанам. Заманында үлем осрағынан йолоп ҡалған пациенттар күргән һайын рәхмәтен, изге теләктәрен белдерә. Минең өсөн был оло бәхет, - ти Рәйсә ханым. – Һөнәреңде ысын күңелдән яратһаң, бирелеп эшләһәң, тырышһаң ғына уңышҡа өлгәшеп була.
Рәйсә Шәһимәрҙәнова хаҡлы ялға сыҡҡансы байтаҡ йылдар Тамъян фельдшер-акушер пунктында эшләй. Әле лә йәштәр менән тәжрибә уртаҡлаша. Ярҙам, кәңәш һорап килгәндәр ҙә аҙ түгел. Берәүҙең дә үтенесен кире ҡаҡмай. Рәйсә Абзал ҡыҙының хеҙмәт юлы хөрмәткә лайыҡ. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, белемле, аҡыллы, шәфҡәтле хеҙмәткәрҙең үҙенә лә ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, йән тыныслығы теләге килә.