Мәктәп - тыуған ер йылыһын биреүсе, баласаҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы, йылдар дауамында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы изге йорт ул. Ошо көндәрҙә Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов исемендәге Үрге Юлдаш төп дөйөм белем биреү мәктәбе 90 йыллыҡ оло юбилейын билдәләй.
Зөбәй Үтәғолов 1913 йылда Белорет районы Баҡый ауылында тыуа һәм башланғыс белемде үҙ ауылында ала. Зөбәйҙулла 1939 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, Салауат районы Арҡауыл мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Бер йылдан һуң Нурдәүләт ете йыллыҡ мәктәбенә (хәҙерге Үрге Юлдаш мәктәбе) эшкә ебәрелә. 1941 йылдың 2 декабрендә, Әмин Әлмөхәмәтов фронтҡа киткәс, мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә.
1941 йылдың 22 июне. Дәһшәтле һуғыш… 1942 йылда Зөбәй Үтәғолов Өфө пехота училищеһына уҡырға китә. Ике ай ҙа үтмәй, алғы һыҙыҡҡа оҙатыла.
1943 йылдың 13 ғинуары. Был көндә мөһим бер операцияның яҙмышын Ростов өлкәһендәге Красновка исемле бер бәләкәй генә станция хәл итә. Гвардеецтар станциялағы өс йортҡа барып инә һәм уларҙы бирелмәҫ крепосҡа әүерелдерә. Дошман менән бәрелеш аяуһыҙ ҡаты була, ни бары ун өс кенә яугир иҫән ҡала. Зөбәй котелогына сыйып яҙа: “Танкылар килә. Беҙ икәү генә ҡалдыҡ. Зөбәй. “
Ҡоторонған фашистар батыр гвардеецтарҙы тереләй ҡулға төшөрә алмағас, мәктәпкә кәрәсин һибеп ут төртә. Ә геройҙар атыша-атыша, “Интернационал”ды йырлап һәләк була.
1943 йылдың 31 мартында гвардия ҡыҙылармеецы Зөбәй Үтәғоловҡа немец баҫҡынсыларына ҡаршы ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
арих һәм шәхестәр
Мәктәп - тыуған ер йылыһын биреүсе, баласаҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы, йылдар дауамында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы изге йорт ул. Ошо көндәрҙә Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов исемендәге Үрге Юлдаш төп дөйөм белем биреү мәктәбе 90 йыллыҡ оло юбилейын билдәләй.
1932 йылда Үрге Юлдаш урта мәктәбе Нурдәүләт колхоз йәштәре мәктәбе (ШКМ) булараҡ Һабаш ауылында ойошторола. Директоры итеп Әмин Әлмөхәмәтов тәғәйенләнә. Райондағы тәүге һәм берҙән-бер башҡорт мәктәбе була ул. Учреждение 1958 йылға тиклем “Нурдәүләт ете йыллыҡ мәктәбе” исемен йөрөтә.
1935 йылда Әмин Әлмөхәмәтов Үрге Юлдаш ауылында ҡарағайҙан яңы бина төҙөтә. Нурдәүләт ете йыллыҡ мәктәбе Үрге Юлдаш ауылына күсерелгәс, көслө белем биреү учреждениеһының береһенә әүерелә. Ул осорҙа 17 башҡорт ауылынан балалар белем ала: Кинйәкәй, Муса, Алаҡай, Мырҙаш, Дәүләтҡол, Йомаҡ, Ҡамбулат, Смаҡ, Арыҫлан, Шәрип, Танып, Исламғол, Моҡас, Яҡтыкүл, Ҡотош. Уҡыусылар һаны 280-300-гә етә, шуларҙың 130-140-ы интернатта, ҡалғандары туғандарында, таныштарында фатирҙа йәшәй.
Үрге Юлдаш мәктәбен ойоштороуҙа уның тәүге директоры Әмин Әлмөхәмәтовтың өлөшө ҙур. 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа киткәс, уның урынына йәш белгес Зөбәй Үтәғолов тәғәйенләнә. Бер нисә ай ғына эшләп өлгөргән егет һуғышҡа алына һәм яу яланында батырҙарса һәләк була.1943 йылдың 31 мартында Зөбәй Үтәғоловҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.1945 йылдан алып 1950 йылға (ғүмеренең һуңғы көнөнә) тиклем Әмин Әлмөхәмәтов мәктәптә үҙ вазифаһын дауам итә. Ауыр һуғыш йылдарында мәктәпте педагогия техникумын тамамлаған Бикә Ғәббәсова етәкләй. Һуғыштан һуң уны Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хөснулла Алтынғужин алмаштыра.Ул заманында яҙыусы Зәйни Рафиҡов менән бергә уҡыған. Унан һуң директор булып эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбит Ғүмәровтың хеҙмәт юлы һоҡланырлыҡ. Ул эшендә ҙур уңыштарға өлгәшә һәм “ РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биргән тәүге уҡытыусылар: Миңлекамал һәм Зиннәт Көҫәпҡоловтар, Ғәббәс һәм Хәйбулла Асҡаровтар, Тимербай Вәлитов, Мөхәррәм һәм Лоҡман Сөләймәновтар, Зәйтүнә Кинйәбаева, Сатира Хәйерова, Сәхи Сәғәҙиев, Фәһимә һәм Мөнир Хисмәтуллиндар, Зәйнулла Йәрмөхәмәтов, Нурғәли Әхмәров. Һуңғыһының хеҙмәте хөкүмәт тарафынан юғары баһалана.Ул Ҡыҙыл Байраҡ орденына һәм “Халыҡ мәғарифының атҡаҙанған отличнигы” маҡтаулы исеменә лайыҡ була. 1958 йылдан алып уҡыу йортон РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы Миңлебай Байсурин етәкләй. Уның атҡарған эштәре баһалап бөткөһөҙ. 1958 йылда уҡыу йорто үҙ статусын күтәрә һәм урта мәктәпкә әйләнә. 1959 йылда пионерҙар дружинаһы, ә 1975 йылда мәктәп Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов исемен йөрөтә башлай. 1976 йылда мәктәп 320 урынлыҡ яңы ике ҡатлы кирбес бинаға күсә. Шулай уҡ интернат, хужалыҡ ҡаралтылары, уҡытыусыларға алты йорт төҙөлә. Төрлө йылдарҙа директор булып эшләгән Сәбилә Сәғитова, Фәйзулла Үркенбаев, Фәтих Сарбулатов, Рәйлә Зарипова, Ләлә Мөслимовалар мәктәбебеҙҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе, матди-техник базаны нығытыуға, уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртыуға күп көс һалды. 2011 йылдан алып Үрге Юлдаш Ергән урта мәктәбенең филиалы һанала.
Һәр төбәк үҙенең данлыҡлы улдары, ҡыҙҙары менән ғорурлана. Баһаны ла ошонан сыҡҡан күренекле кешеләрҙең дәрәжәһенә ҡарап бирәләр. Маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған, күренекле, мөхтәрәм яҡташтарыбыҙ бихисап. Улар мәктәпте тамамлап, оло тормошҡа аяҡ баҫҡан, төрлө өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән сығарылыш уҡыусылары:
Зәйнетдин Фәсхетдин улы Рафиҡов - башҡорт шағиры, публицист, хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы полковник, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланған, Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2002). Зәйнетдин (Зәйни) Рафиҡов Нурдәүләт ете йыллыҡ мәктәбендә уҡығанда уҡ әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, беренсе шиғырҙарын яҙа. Уның «Һалдат уйҙары», «Йондоҙло кешеләр» тигән шиғри йыйынтыҡтары һәм публицистик китаптары бар. 1994 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Документаль фильмдар өсөн бик күп сценарийҙар яҙа. Һоҡланғыс уҡытыусыһы Әмин ағай Әлмөхәмәтов тураһында "Яҡты исеме йәшәй әле лә" мәҡәләһен яҙа, үҙенең мәктәп йылдары хәтирәләре менән уртаҡлаша.
Булат Заһрый улы Рафиҡов – билдәле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры. Үрге Юлдаш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, үҙе уҡыған Үрге Юлдаш урта мәктәбенә уҡытыу бүлеге мөдире булып эшкә ҡайта. Бер йылдан Өфөгә “Ленинсы” гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. Бында ул әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып 1970 йылға тиклем эшләй. Журналистика эшен ул аҙаҡ “Совет Башҡортостаны” гәзите, “Пионер”, “Ағиҙел” журналдары редакцияларында дауам итә. 1988-1998 йылдарҙа “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире була.
Илдар Әмин улы Әлмөхәмәтов - техник фәндәр кандидаты, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы”, “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Өс автор танытмаһы, биш ғилми мәҡәлә авторы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты (1994-1999 й.й.), Мәләүез ҡала Советы депутаты (1995-2002 й.й.).
Үрге Юлдаш мәктәбен, Өфө дәүләт нефть-техник институтын тамамлағас, ҡалала төҙөлөп ятҡан химия заводына эшкә килә. Илдар Әмин улы ябай инженерҙан эре предприятиеның генераль директоры дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Ҡеүәтле предприятие үҫешенә 30 йыл ғүмерен бағышлай.
Илдар Әлмөхәмәтов ағаһының һәм апаһының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән берлектә атаһы Әмин Әлмөхәмәтов исемендәге премия булдыра. Ул премия йыл һайын 1 сентябрҙә Белем көнөнә арналған линейкала уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан иң яҡшы уҡыусыларға тапшырыла.
Рауза Ғәйнулла ҡыҙы Ярышева (Сәғитова) - 1966 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, “Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, Рәсәй Федерацияһы фтизиатрҙары йәмғиәтенең почетлы ағзаһы, хеҙмәт ветераны. Рауза Ғәйнулла ҡыҙы – Үрге Юлдаш ауылынан сыҡҡан беренсе табип.
Мәктәп йылдарында пионер ойошмаһында, комсомол эштәрендә әүҙем ҡатнашып, алдынғы уҡыусылар рәтендә була. 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1977 йылда Күмертау ҡалаһы туберкулез диспансерында хеҙмәт юлын башлай. Ябай табиптан баш врач дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.
Салауат Булат улы Дауытов – Үрге Юлдаш урта мәктәбенең 1973 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, хирург, медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, Учалы үҙәк район дауаханаһында, Өфө, Бәләбәй дауалау-профилактикалау учреждениеларында эшләй. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының фәнни-тикшеренеү секторында директор вазифаһын биләй. Ул медицина өлкәһендә 2 асыш һәм 70-тән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.
Сәбилә Фазулла ҡыҙы Сәғитова - 1975 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Төрлө йылда Мәләүез район Советы, Ергән ауыл Советы депутаты итеп һайлана. 1995 йылда депутаттарҙың мандат комиссия рәйесе, район Советы Президиумы ағзаһы.1996 йылдан район Халыҡ мәғарифы бүлеген етәкләй. Ҡала һәм район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. Мәктәп йылдарында уҡ әүҙем уҡыусы, З.Үтәғолов исемендәге дружина Советы рәйесе, мәктәп комсомол ойошмаһы секретары була.
Тарих һәм шәхестәр

(Башы. Аҙағы 9-сы биттә).
1984 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының “Физика һәм математика” факультетын тамамлап, туған мәктәбенә эшкә ҡайта. Йәш белгестең һөҙөмтәһен күреп, тәүҙә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, һуңынан мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Талапсан, үҙ һөнәрен яратҡан етәксе эшен үтә яуаплы, ихлас башҡара. Үрге Юлдаш урта мәктәбендә Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатының филиалын астырыуға өлгәшә, көньяҡ райондарҙан килгән башҡорт балаларына яҡты юл аса.
Резеда Миңлебай ҡыҙы Байсурина-Миндиярова - 1983 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре. Резеда Миндиярова данлыҡлы уҡытыусылар Әминә Сәхиулла ҡыҙы һәм Миңлебай Әхмәтдин улы Байсуриндар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Мәктәп йылдарында дружина советы рәйесе, комсомол ойошмаһы сәркәтибе була, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, тыуған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1992 йылдан алып хеҙмәт юлы «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы менән бәйле. Башта радиотапшырыуҙар мөхәррире булараҡ эш башлаһа, хәҙер Резеда Миңлебай ҡыҙы «Тамыр» студияһының баш мөхәррире. «Сәңгелдәк», «Өләсәйем һандығы» тапшырыуҙарын, «Әлифба» проектын, «Күпер» радиотапшырыуын эфирға сығарыу өсөн күп көс һала.
Абдулбарый (Борис) Марат улы Мөслимов - билдәле дин эшмәкәре, Түбәнге Новгород өлкәһе мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Түбәнге Новгород ҡалаһының «Тәүбә» мәсетенең имам-хатибы, «Маһинур» мәҙрәсәһе директоры, «Ихсан» ислам йәкшәмбе мәктәбендә уҡытыусы-мөғәллим. Ул Үрге Юлдаш урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика башҡорт гимназияһында белем ала. Октябрьский ҡалаһындағы мәҙрәсәлә уҡый. Ҡулына диплом алғас, Сәғүд Ғәрәбстанына юллана. Мәккәләге мәшһүр «Дар аль-Хәдис» мәҙрәсәһендә белемен камиллаштыра. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән Түбәнге Новгород Диниә назараты тарафынан 2017 йылда Абдулбарый хәҙрәт Мөслимов исемендәге премия булдырылды.
Беҙҙең мәктәпте тамамлағандан һуң, артабан уҡыуын дауам итеп, билдәле шәхестәр булып киткән Роза Әлмөхәмәтова, Роза һәм Ринат Дауытовтар, Ғәлиә, Ләлә, Борис, Хәмит Ғүмәровтар, Дилара, Артур Алтынғужиндар, Әсҡәт Бикмөхәмәтов, Өлфәт Асҡаров, Ғаяз Хәйеровтар менән ғорурланабыҙ, уларҙың һәр береһе тураһында ентекләп яҙғы килә.
Үрге Юлдаш мәктәбендә уҡып, тыуған ауылында төпләнеп, Салауат исемендәге колхозда эшләп, алдынғылыҡҡа сыҡҡандар ҙа байтаҡ. Улар - оҙаҡ йылдар бригадир булып эшләүсе Валерьян Сәғитов, төҙөлөш бригадаһын етәкләүсе Нәжип Ишһарин, Салауат Юлаев ордены кавалеры Роза Ишһарина, Миңлезариф Сафин, Фирғәт Ғәбитов, Рим Мөслимов, Роза Әлимова, Ғәзим Хәйеров, Суфия Ғәбиҙуллина, Радик Фәйзуллин.
Тыуған ауылында төпләнгән, ғүмерен халҡы мәнфәғәтенә бағышлағандар бар. Раушан Ишһарина ауылдаштарының һаулығын ҡайғырта, оҙаҡ йылдар инде Үрге Юлдаш фельдшер-акушер пунктында уңышлы эшләй, һөнәр оҫтаһы.
Шәхси эшҡыуар Гөлсөм Ҡолғонина магазин асып, ауылдаштарын ҡыуандырҙы. Ауыл халҡын хужалыҡ тауарҙары, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Тормош иптәше Юнир Ҡолғонин йәштәрҙе төҙөлөшкә йәлеп итә. Үткән сараларҙа иң беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙа, ауылдаштарын ҡайғырта. Беҙ ошондай сығарылыш уҡыусылары менән ғорурланабыҙ.
Беренсе директор
Әмин Ҡолмөхәмәт улы Әлмөхәмәтов – мәктәбебеҙҙең беренсе директоры. 1908 йылдың көҙөндә Маҡар районы Кинйәбулат ауылында тыуған. Атаһы Ҡолмөхәмәт Әмингә 4 йәштәр тирәһендә һунарҙа бәхетһеҙлеккә осрай. Егерме биш йәштә тол ҡалған Мәрғизә бөтә ғүмерен өс улына һәм бер ҡыҙына арнай. Улы Әғзәм – Кинйәбулат ауылында беренсе колхоз рәйесе, ә Мәсәлиме беренсе ауыл Советы рәйесе була. Икеһенең дә Бөйөк Ватан һуғышында ғүмере өҙөлә.
Бәләкәй Әминдең уҡырға ынтылышы бигерәк тә ҙур була. Мәҙрәсәгә тиклем ялан аяҡ йүгереп барыуы бер ни тормай уға. Октябрь революцияһы ярлылар өсөн мәктәп, техникумдарҙың ишеген асҡас, Әмин Әлмөхәмәтов Стәрлетамаҡ педагогия техникумына уҡырға инә. Уның курсташы Лотфулла Ҡарамышев хәтерләүҙәренән: “ Әмин беҙҙең арала уҡыуҙа иң зирәге, ә спорт ярышында - иң алдынғыһы булды. Гармунда, баянда уйнаны. Көй яҙҙы, хатта скрипка ла яһаны. Техникумды уңышлы тамамлағандан һуң, Әминде Һабаш башланғыс мәктәбенә мөдир итеп ебәрәләр.
1931 йылда өмөтлө йәш белгесте элекке Тор (хәҙерге Мәләүез) халыҡ мәғарифы бүлегенә инструктор-методист итеп алалар. 1932 йылда уға колхоз йәштәре мәктәбе нигеҙендә Нурдәүләт ете йыллыҡ мәктәбен ойоштороу бурысын ышанып тапшыралар һәм ул районда беренсе башҡорт мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләнә.
Район етәкселеге йәш белгестең ойоштороу һәләтен күреп, бөтә райондан башҡорт балаларын йыйып уҡытыр өсөн Үрге Юлдаш ауылында мәктәп-интернат төҙөүҙе йөкмәтә. Яңы мәктәпкә педагогия коллективын туплау, балалар йыйыу буйынса баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡара ул. Һөҙөмтәлә был белем учреждениеһы республика өсөн бик күп файҙалы белемле кадрҙар әҙерләп сығара.
Директорҙың абруйы ҙур була. Ауылда ликбез ойоштора, иң төп пропагандист, агитатор, бөтә концерттарҙа - төп артист, сараларҙың режиссеры ул. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын уңышлы тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Әмин Ҡолмөхәмәт улы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында сәйәси етәксе, полк партия бюроһы секретары була. Сталинград янындағы иң киҫкен, иң көсөргәнешле хәрби операцияларҙа ҡатнаша. 1943 йылда ҡаты яраланғандан һуң, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Яралы яугир сентябрь-октябрь айҙарында Нурдәүләт ете йыллыҡ мәктәбендә директор, ә ноябрҙән Мәләүез районы комитетының хәрби бүлеге мөдире эшенә егелә. 1946 йылда уны партия комитетының 3-сө секретары посына тәҡдим итәләр, ләкин һаулығы насар булыу сәбәпле, Әмин Ҡолмөхәмәт улы унан баш тарта. 1946 йылдан башлап 1950 йылдың 30 декабренә тиклем Нурдәүләт мәктәбендә директорлыҡ вазифаһын башҡара. Ғүмере ҡыҫҡа була уның. Бөйөк Ватан һуғышында алған ҡаты яралары 43-сө йәше менән барғанда уны яҡты донъянан алып китә... Ләкин иле һәм халҡы өсөн изге эштәр башҡарған шәхес үлмәй, ә рәхмәтле кешеләрҙең күңелендә, яҡты хәтерендә мәңге йәшәй. Ауылыбыҙҙың төп урамы Әмин Әлмөхәмәтов исемен йөрөтә. 2017 йылда мәктәбебеҙ бинаһына Әмин Ҡолмөхәмәт улы Әлмөхәмәтов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Әмин ағай вариҫтары – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре иһә Әлмөхәмәтовтар нәҫелен лайыҡлы дауам итә, аталарының, олатайҙарының мәктәбен онотмай.
Бөгөнгө мәктәп
Үрге Юлдаш мәктәбе ҙур ике ҡатлы бинала урынлашҡан. Унда иркен спорт залы, ашхана, яҡты кластар, киң коридорҙар, балалар баҡсаһы, китапхана, бөтә ауыл, мәктәп тарихын һаҡлаған музей бар.
Йыл һайын мәктәп төҙөкләндерелә. 2018 йылда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, санүҙәк һәм спортзалға ҙур капиталь ремонт эшләнде.
2019 йылда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса ике уҡыу кабинетының тәҙрәләре замансаға алмаштырылды. Был программаға индергәне өсөн ауыл хакимиәте башлығы Рәил Рафаил улы Әбделғәниевҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
2021 йылда спонсорҙар ярҙамы менән тамашалар залына капиталь ремонт эшләнелде, тәҙрәләр яңыртылды.
Быйылғы уҡыу йылында район мәғариф бүлеге комиссияһы тарафынан эшебеҙ юғары баһаланды. Мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләү һөҙөмтәләре буйынса өсөнсө урынға сыҡтыҡ. Мәктәптең уңыштарға ирешеүендә, уҡытыусыларҙың яңынан-яңы еңеүҙәр яулауында Ергән урта мәктәбе директоры Лилиә Хәйретдин ҡыҙы Әхтәмованың , белем усағыбыҙ мөдире Сәриә Миңлеғужа ҡыҙы Ишһаринаның роле баһалап бөткөһөҙ. Сәриә Ишһарина эште дөрөҫ ойоштороп, отошло алымдар табып, тейешле йүнәлештәр һайлай белеүе менән үҙен оҫта етәксе итеп күрһәтте.
Мәктәбебеҙ коллективы сифатлы белем биреү, дәүләт стандарттары талаптарын үтәү, уҡытыу-тәрбиә процесын камиллаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып бара. Мәктәптә, заман талаптарын аңлап, балаларға тормошта дөрөҫ юл табырға булышлыҡ иткән педагогтар эшләй. Уҡытыусыларҙың күбеһе юғары категорияға эйә, 4-һе «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» маҡтаулы исемен йөрөтә. Һәр уҡытыусы дәрестә яңы алымдар, эш төрҙәрен ҡулланып, традицияларҙы һаҡлап, уҡыусыларҙа белемгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Улар: Сәриә Ишһарина, Айгөл Булатова, Лира Ғафарова, Зөбәйлә Сәфәрова, Гөлназ Үркенбаева, Ольга Степанова, Фәнзиә Ханнанова, Мукадас Тиллоходжаева, Фирҙәүес Әхтәмова.
Уҡыусыларыбыҙ ауыл мәктәбендә төплө белем алыуҙарын йылдан-йыл раҫлап килә. Һуңғы өс йылда мәктәпте тамамлаған уҡыусыларыбыҙ Нәфис Ишһарин, Айгүзәл Аҡмырҙина, Әлиә Бикҡошова, Айгөл Сәфәрова, Эльвина Йәрмөхәмәтова Өфө, Салауат ҡалаларында медицина, педагогия һәм техник йүнәлештәге уҡыу йорттарында уңышлы уҡып йөрөй.
Мәктәп уҡыусылары район, республика буйынса уҙғарылған олимпиада, конкурс, тикшеренеү эштәрендә призлы урындар яулай. Динар Ишһарин “Назаров уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли коференцияһында призлы урын яулап, мәғариф министрлығы грамотаһына лайыҡ булһа, Азалия Асҡарова “Солтангәрәев уҡыуҙары” номинацияһы еңеүсеһе.
Әмир Ишһарин “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” Халыҡ-ара әҙәби конкурсында ла, муниципаль кимәлдәге Гагарин кубогы полиолимпидаһында ла призер булды.
Муниципаль кимәлдә уҙғарылған “Көнкүреш ҡалдыҡтарына - яңы тормош” конкурсында 1-се класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Әминә Заһиҙуллина, Әмир Ишһарин икенсе , Вилдан Сәфәров өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Сәнғәт өлкәһендә лә уңыштарыбыҙ бар. “Арғымаҡ” вокаль ансамбле “Йырсы тамсылар” муниципаль конкурсында беренсе, район сәнғәт фестивалендә өсөнсө урын яуланы.
Мәктәптең 90 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршылауыбыҙға ысын күңелдән шатбыҙ. Заман һулышын тойоп, изге маҡсаттар ҡуйған белем усағы артабан тағы бейегерәк үрҙәр яулар әле. Киләсәктә лә мәктәп ауылыбыҙҙың йөҙ аҡлығы булып, белем усағын һүндермәйенсә йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүен дауам итһен. Мәктәп үҙ ҡиблаһын юғалтмаһын, ҡыңғырау тауышы бер ҡасан да тынмаһын!
Лира ҒАФАРОВА.