Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь , 15:04

Тик ҡыуаныста, шатлыҡта йәшәһендәр

Үткән шәмбелә Аптраҡ ауылында бик матур башҡорт йолалары ҡулланып үткәрелгән никах туйында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Фәрзәнә (мәрхүмә) һәм Фазыл Мәсәғүтовтарҙың кесе улдары Фаяз һәм килендәре Диана үҙ ғаилә усағын ҡабыҙҙы.

Тик ҡыуаныста, шатлыҡта йәшәһендәр
Тик ҡыуаныста, шатлыҡта йәшәһендәр

Халҡымдың борон-борондан йолалары бик күп булған. Ваҡыт үткән һайын төрлө төбәк халҡы уларҙы камиллаштыра, тулыландыра, ябайлаштыра барған. Мәҫәлән, туй һүҙенә бәйлеләрен генә алайыҡ. Ниндәйе генә юҡ?! Бишек туйы, Һырға туйы, Һабантуй, никах туйы... Шуларҙың береһе тураһында яҙырға йөрьәт иттем. Үткән шәмбелә Аптраҡ ауылында бик матур башҡорт йолалары ҡулланып үткәрелгән никах туйында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Фәрзәнә (мәрхүмә) һәм Фазыл Мәсәғүтовтарҙың кесе улдары Фаяз һәм килендәре Диана үҙ ғаилә усағын ҡабыҙҙы. Кеше тормошонда үткәрелгән бик күркәм, матур, сағыу байрамдарҙың береһе бит ул.

Һуңғы йылдарҙа туй йолаларын дөрөҫ үткәрергә тырышыу, боронғолар һүҙенә ҡолаҡ һалыу күренештәре күҙәтелеүе ҡыуаныслы хәл. Әлбиттә, заманына ярашлы, төрлө үҙгәрештәр индерелеүе лә һиҙелә. Бөгөнгө туйҙар күпкә йыйнағыраҡ, йолаларҙан ситләшкән. Никах һарайында теркәлгәндән, балдаҡтар менән алмашҡандан һуң хәҙерге йәштәр зауыҡлы машиналарҙа Мәңгелек ут монументына барып сәскә һала. Иҫтәлекле урындарҙа фотоға төшөү үҙе айырым бер сараға әүерелде. Яңы өйләнешкәндәр йыш ҡына изге һаналған шишмәләргә бара, Ағиҙел йылғаһы күперендә ғаиләһенең ныҡлы, имен булыуын теләп йоҙаҡ беркетә, һыуға гөлләмә һала. Туй барышы тулыһынса видеоға төшөрөлә.

Яңыса уҙғарылған байрамда “Юл быуыу”, “Килен төшөрөү”, “Ҡыҙға бәхет, тәүфиҡ теләү”, “Һыу юлы” йолаларын да йыш күрәбеҙ. Ошо изге ғөрөф-ғәҙәтте һаҡлаған, тергеҙгән, йәш быуынға өйрәткән ағинәйҙәр, төрлө фольклор төркөмөндә, ансамблдә ҡатнашҡан дәртле апайҙар һәм ағайҙарға рәхмәтемде еткергем килә. Аптраҡ ауылында милли йолаларҙы, халыҡ ижадын сағылдырған “Аҫылташ” ансамбленең эшмәкәрлеге оло хөрмәткә лайыҡ. Диана һәм Фаяз Мәсәғүтовтарҙың никах туйын башҡорт милли йолалары буйынса үткәрешкән апай-ағайҙар байрамға йәм, ҡот өҫтәне. Уларға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Халыҡ ижадын, йолаһын һаҡлаған ошондай фольклор төркөмдәр күберәк булһа ине, тигән теләктәмен.

“Аҫылташ” ансамбле апайҙары матур, дәртле йыр-бейеүҙәр менән сағыу костюмдарҙа сығыш яһаны, һәр килгән ҡунаҡты йылы ҡаршы алды. Килен төшөрөп, мендәргә баҫтырғанда өгөт-нәсихәттәрен әйткән ағинәйҙәр Рәйсә Зәйнәғәбдинова менән Римма Сәйетбатталлованың мөнәжәттәрен килен-балабыҙ Диана мәңге онотмаҫ. Әсәй-өләсәй урынына ҡалған өлкән апайым Нурия Кужәхмәтова киленгә бал да май ҡаптырып, иңенә шәл ябып, теләктәр теләне. Риф ағай Нәзметдинов гармунда яңғыратҡан матур көйҙәр аҫтында “Аҫылташтар” киленгә һыу юлын күрһәтте. Иң өлкәндәре Наилә апай Ғөбәйҙуллинаға ла һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы. Ансамбль ҡатын-ҡыҙҙары биҙәлгән күнәктәр эленгән көйәнтә аҫып, йәш киленде йыр-бейеү менән һыуға оҙата барҙы. Ә килен, үҙ сиратында, тәмле һыуҙан сәй ҡайнатып эсерҙе. Башҡорт йолаларына таянып уҙғарылған туй барыбыҙҙың да күңелендә матур тәьҫорат ҡалдырҙы. Йәштәргә, Диана менән Фаязға, бәхетле, мөхәббәтле, ғүмерле тормош теләйбеҙ. Тик ҡыуаныста, шатлыҡта йәшәһендәр. Ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош юлының ауыр-еңеллектәрен уртаҡлашып, иң-иң бәхетле парҙар булып, барыбыҙҙы һөйөндөрөп матур тормош ҡорһондар!

 Ә “Аҫылташтар”ға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр көн һайын ҡыуанырға сәбәп табылып торһон, яҡташтарығыҙға артабан да шатлыҡлы мәлдәр бүләк итегеҙ. Моң, дәрт шишмәләрегеҙ кипмәһен. Илдәр тыныс булһын. Олонан аҡыл алам, кәңәшкә ҡолаҡ һалам, тигән борон халҡым, һеҙ ҙә киләһе быуынға йолаларыбыҙҙы, аҡыллы һүҙҙәрегеҙҙе ҡалдырырһығыҙ, өйрәтерһегеҙ  тип ышанабыҙ,  “Аҫылташтар”.

 

Йәштәрҙең апаһы Лилиә ИМАНАЕВА.

Тик ҡыуаныста, шатлыҡта йәшәһендәр
Тик ҡыуаныста, шатлыҡта йәшәһендәр
Автор:Алия Амирова