Конгэк
+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь , 11:35

Бөгөн - Хәтер һәм Ҡайғы көнө

ИҢ ҠЫҪҠА ТӨН Иң ҡыҫҡа төн, 41-ҙә -Күпмеләрҙең һуңғы төнө,Мәңгелеккә юғалтыуҙар,Һуңғы һулыш, һуңғы көнө.Һуңғы һулыш.Һуғыш...

Бөгөн - Хәтер һәм Ҡайғы көнө
Бөгөн - Хәтер һәм Ҡайғы көнө
ИҢ ҠЫҪҠА ТӨН
Июнь ахыры - һаҡ йоҡоло,
Ваҡыт елә атҡан уҡтай,
Ә былбылдар һағыш түгеп
Бөгөн төндә гүйә һыҡтай,
Бөгөн төндә,
Өндә...

Иң ҡыҫҡа төн, 41-ҙә -
Күпмеләрҙең һуңғы төнө,
Мәңгелеккә юғалтыуҙар,
Һуңғы һулыш, һуңғы көнө.
Һуңғы һулыш.
Һуғыш.

Әйләндереп көндө төнгә,
Сигебеҙҙән дошман ингән,
Иң оҙон төн булған был көн,
Ҡара һөрөм ятҡан илгә.
Ҡара һөрөм.
Гөрөн*.

Миллиондар һалған башын,
Ҡыҙҙар ишһеҙ ҡалған тороп,
Яраласаҡ сабыйҙар ҙа
Һәләк булған, түлдә ҡороп
Һәләк булған.
Һул(ы)ған...

Иң ҡыҫҡа төн, ҡәһәрле төн,
Халыҡтарҙың аһы-зары,
Быуат кеүек оҙон йылдар,
Үтмәҫ кеүек минуттары
Үтмәҫ кеүек
Көйөк.

Наҡыҫ төнлө июнь айы...
Бөгөн тағы яуа туптар,
Ҡайҙан ғына атһалар ҙа
Йөрәгемә яуа уттар
Йөрәгемә
Генә.

Иң ҡыҫҡа төн...
Шундай оҙон...

*гөрөн - лавина

Гүзәл Ситдиҡова
 
Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы. 
 
Автор:Лена Хайруллина