Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 10:49

Афарин, Хисаметдиновтар!

Өфөлә “Ғаилә палитраһы” күп балалы ғаиләләр арт-фестивале үтте. Беҙҙең райондан Хисаметдиновтар ғаиләһе ҡатнашты.

Афарин, Хисаметдиновтар!
Афарин, Хисаметдиновтар!

Өфөлә “Ғаилә палитраһы” күп балалы ғаиләләр арт-фестивале үтте

Башҡортостан Республикаһы педагогтар һәм ата-әсәләр Ассоциацияһы быйыл был фестивалде һигеҙенсе тапҡыр ойошторҙо. Уҙған йылды улар “Күп балалы Башҡортостан – ғаилә бәхете палитраһы” проекты менән Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында еңгәйне.

Ҙур һәм күп балалы ғаиләне һүрәтләгән көнбағыш сәскәһе фестивалдең символы булды.

Беҙҙең райондан Хисаметдиновтар ғаиләһе ҡатнашты. Сара сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән, Хеҙмәт министрлыҡтары, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында уҙғарылған “Ғаилә калейдоскопы” конкурсы ҡатнашыусыларын һәм еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Фестивалдә шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар өсөн  “Күп балалы ғаилә – милләт ғорурлығы” фильмын күрһәтеү менән бергә тематик майҙансыҡтар ойошторолдо. Унда күп бала үҫтергән атай, әсәйҙәрҙең ҡаһарманлығы хаҡында һүҙ бара. Бушлай мастер-кластар, “Ғаилә һөнәре” ижади эштәр күргәҙмәһе, милли аш-һыуҙы тәмләү, республиканың көслө педагогтарынан консультация уҙғарылды. Ассоциация “Ғаилә кадр эсендә” конкурсын ойошторҙо, унда 40 ҡала һәм район округтарынан 160 ғаиләнең тормошо сағылдырылды. Шуларҙың 15 видеоролигы өс төрлө номинация буйынса финалға үтте. Хисаметдиновтарға “Һөнәр бәхете” номинацияһында диплом тапшырҙылар. Еңеүселәрҙе жюри ағзаһы, “Башҡортостан 24” телерадиокампанияһы алып барыусыһы Роза Хужина бүләкләне.

Визитка һәм мастер-класс йомғаҡтары буйынса ла 9 ғаилә һайлап алынды. Беҙҙең мәләүездәр ҙә шул иҫәптә. Ufanet кампанияһы вәкиле уларға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Сара аҙағында 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы өсөн сәй эсеү ойошторолдо.

Земфира ҺӨЙӘРҒОЛОВА,

Мәҙәни-ял үҙәге методисы.

Афарин, Хисаметдиновтар!
Афарин, Хисаметдиновтар!
Автор:Алия Амирова