Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2022, 16:39

Эх бала саҡ,күңелле саҡ

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы баш­ҡорт гимназияһында балаларҙың сәләмәтлеген, рухын нығытыу, өҫтәмә белем биреү йүнәлешендәге «Йәйләү» лагеры асылды.Сара бик сағыу үтте.

Эх бала саҡ,күңелле саҡ
Эх бала саҡ,күңелле саҡ

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы баш­ҡорт гимназияһында балаларҙың сәләмәтлеген, рухын нығытыу, өҫтәмә белем биреү йүнәлешендәге «Йәйләү» лагеры асылды. Сара бик сағыу үтте. Балалар ырыуҙарға бүленеп, плакаттар эшләп, девиздарын әйтеп, бер-береһенә күстәнәскә музыкаль сәләм бүләк итте. Танышыу өлөшө үткәс, ырыуҙар башлыҡтары бергәләп дуҫ­лыҡ флагын күтәрҙе. Гимназияның директоры Ләлә Рафиҡова байрам менән ҡотланы, кес­кәйҙәргә күңелле ял теләне.

«Йәйләү» лагеры начальнигы Нәфисә Ҡотлосурина ла сығыш яһаны:

- 9-сы башҡорт гимназия­һында «Йәйләү» лагеры  уңышлы эшләй. Быйыл 120 бала килде, ял итеүселәр һаны йылдан-йыл арта. Әле 7-14 йәшлек балалар йыйылған. Лагерь Башҡортостаныбыҙың  арҙаҡлы шәхесе, ағинәйебеҙ Мәрйәм Бураҡаеваның «Халҡым, мин һиңә шуны әйтәм» тигән методикаһына таянып төҙөлдө. Эш бик ҡыҙыҡлы, файҙалы алып барыла. Беҙҙең лагерь ҙа отрядтарға түгел, ә ырыуҙарға бүленә. Биш ырыуҙы һайлап алдыҡ: Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Юрматы, Тамъян, Бөрйән. Һәр ырыу үҙенең тарихын, тамға, оранын өйрәнә. Мәктәптә Әминә Иҫәнбирҙина етәкләгән  «Урал Батыр» мәктәбе эшләй. Йәйләүҙең төп геройҙары - Урал Батыр һәм Һомай һылыу. Ошо эпосҡа таянып эшләйбеҙ. Бейеү, ҡурай түңәрәктәре эшләй, саф һауала төрлө милли уйындар уйнабыҙ. Спорт һарайына  бассейнға, музейҙарға йөрөйбөҙ, билдәле шәхестәр, яҡташтар менән осрашыуҙар ойошторабыҙ.

Лагерҙа зарядка эшләгәндән һуң «Йәйләү»ҙең, Рәсәй, Башҡортостандың гимндарын тыңлайбыҙ, аҙаҡ командалар һүҙ ала.  Улар тәғәйен йырҙарын йырлап ишеттерә. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙ үҙебеҙҙең девизды әйтеп йөрөйбөҙ, ашхананан да  рәхмәт әйтеп сығабыҙ. «Йәйләү»ҙә  жетон функцияһы эшләй, был инде тәрбиәүи маҡсатта ҡулланылған ысул. Һәр конкурста әүҙем  ҡатнашҡан  йәки яҡшы тәртип, хатта иртәнге аш ашап бөткән өсөн дә бирелә. Йәйҙең аҙаҡҡы көнөндә йәрминкә үткәрелә һәм йыйылған жетонға балалар төрлө тәмлекәстәр, уйынсыҡтар һатып ала. Һәр ырыуҙа тәрбиәсегә әйҙәүсе ярҙам итә. Әйҙәүселәр - мәктәптең өлкән класс уҡыу­сылары. Балаларға күңелле хәүефһеҙ ял теләйем.

Сара флешмоб һәм дискотека менән тамамланды.

Динара МӘҠСҮТОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: