Конгэк
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь , 10:39

Мин элек наркоман инем

Был мәҡәлә бер ағайҙың тормошона бәйле. Бер төрлө йәлләү, ҡыҙғаныу менән тыңланым мин уны. Кемгәлер фәһем булыр, тип яҙҙым.

Мин элек наркоман инем
Мин элек наркоман инем

Юлдан яҙылыуы бөтөнләй оҙаҡ түгел икән. Үҫмер саҡта бөгөнгө аҡылым булһа икән тип уйлап ҡуям. Юҡ шул, ниндәйҙер тормош тәжрибәһен туплар өсөн ваҡыт, төрлө ситуацияларҙы кисерер кәрәк. Иллемде тултырҙым, улым, ҡыҙым, бер ейәнсәрем бар. Ҡатынымды ике йыл элек ер ҡуйынына һалдым. Ауыр юғалтыу мине ныҡ ҡаҡшатты. Әммә көс таптым, балаларым хаҡына үҙемде тыйып торам. Нимәнән тиһегеҙме? Йәшлек дыуамаллығы менән тәмләгән үлем онтағынан. Мин наркоман инем. Етеш, матур йәшәгән ғаиләлә үҫтем. Кеше үтә рәхәткә лә сыҙамай тиҙәр бит. Эскесе ата-әсә, юҡлыҡта, кеше тупһаһында ыҙа сигеп донъя көткән ғаиләләге балаларҙың насар ғәҙәткә юл ҡуйыуы аңлашыла. Ә минең осраҡта нимә? Алйотлоҡ. Тотанағым булмаған, кеше нимә эшләй шуны ҡабатларға ҡарап торған, “юҡ” тип әйтә белмәгән бәндәмен. Үҫмерлекте ауыр кисерҙем мин. Донъянан йәм, йәшәүҙән мәғәнә тапманым, ни өсөн тыуғанымды аңламаным. Тормоштағы барлыҡ күренештәр ялҡытты, һәр нәмә миндә ытырғаныу уятты. Бөтә йәшәйеш бер спектакль булып күренде. Һөнәр алайым тигән маҡсатым да, киләсәккә аныҡ ҡына планым да юҡ ине. Ата-әсәйемде күрә алмай башланым. Нимә әйтһәләр ҙә ҡаршы әйтештем. Ишәк ишен таба тигәндәй, үҙем шикелле донъяға битараф дуҫтар таптым. Йыш ҡына бергә йыйылып күңел аса, спиртлы эсемлек һемерә башланыҡ, тәмәкене инде әйтеп торорға ла түгел. Әсәйемдең түгелеп илап минең менән төрлөсә һөйләшеп ҡарағаны иҫтә. Миңә, үҙ һүҙле, баш бирмәҫ, боҙоҡ кешегә, уның күҙ йәштәре асыуға тейә ине. Тора-бара өлкәнерәк “крутой” егеттәр менән аралаша башланым. Шул саҡта татыным да инде тәүге наркотиктың тәмен. Уның тәьҫире шул тиклем көслө, күңелдә рәхәтлек, ләззәт тойғоларын аңлатып бөтмәҫлек. Аҙаҡ, аҡса күберәк кәрәккәс, уғрылыҡ юлына баҫтым. Ике йыл колонияла ултырып сыҡтым. Ғүмеремдең шул осорон иҫләгем дә килмәй. Тамам кешелектән сығып, боҙоҡлоҡ һаҙлығына батып барғанда аварияға эләктем. Киҫәкләп тигәндә йыйып алдылар. Байтаҡ ваҡыт комала ятҡанмын. Тәнем иҫһеҙ булып ятһа ла, үҙем бик ғәжәйеп мөғжизәгә юлыҡтым. Уны нисек аңлатырға ла белмәйем. Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Имеш бер иҫ китмәле ерҙәмен икән. Бөтә ер эре тажлы сәскәгә күмелгән, бығаса ишетмәгән ҡоштар тауышы яңғырай. Хайран ҡалып йөрөйөм. Ундағы һауаны һулап туйғыһыҙ. Бер заман ҡаршыма яҡты нур бөркөп торған ҡыҙ килеп сыҡты. Моңло, яғымлы тауыш менән исемемде әйтте. Мине ҡайҙан белеүен һорашам. Ул ихлас йылмайҙы ла, бөтә үткән тормошомдо һөйләп бирҙе. Үҙенең кемлеген һорайым. Ҡыҙ өндәшмәй. Ваҡыт килеп еткәс белерһең ти. Әйткән һүҙҙәре ҡолағыма һеңеп ҡалды: “Һин ник тыуғаныңды аңламай үлем менән шаяраһың. Үлеүе оҙаҡ түгел ул, аҙаҡ ҡайҙа эләгеүеңде уйла. Әле врчатар һине терелтергә тырыша. Ә һин бында, әҙәм күрмәгән донъяла йөрөйһөң. Мәңгелек йәшлек, матурлыҡ, таҙалыҡ донъяһында. Ҡырҙараҡ тағы береһе бар. Унда мәңгелек ут, илаш, әрнеү. Күңел бысраҡлығын ялҡында ҡыҙҙырып таҙарталар. Йәшәү рәүешеңде үҙгәртмәһәң, урының шунда булыр ”. Һылыуҡай күҙҙән юғалды, мин айнып киттем. Эргәмдә медсестра йөрөй. Бөтә тәнем емереп ауырта. Башымдан теге ҡыҙ сыҡмай. Нисек аңлатырға белмәйем, әммә мине үҙгәртеп ҡуйҙылармы ни. Үҙемдән-үҙем икенсе кешегә әйләнә башланым. Белем дә алдым, ғаилә ҡорҙом, тик һөйөклө ҡатынымды юғалтыуы ауыр. Күңелде баҫыр өсөн бысраҡ уйҙар башымда оялап ҡарай, әммә теге ҡыҙ күҙ алдыма килә лә баҫа. Фәрештәме ул, Хоҙай ҡөҙрәтеме, кем белһен.

Әлфис.

(Әхлаҡи ҡағиҙәләргә ярашлы исем үҙгәртелде)

Мин элек наркоман инем
Мин элек наркоман инем
Автор:Алия Амирова