

Бындай йыйын уҙғарыу “Яугир” йәмәғәт ойошмаһы өсөн яңылыҡ түгел. Улар йыл һайын үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе ысын ир-егет итеп тәрбиәләү, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау һәм киләсәккә яңы маҡсаттар билдәләү йәһәтенән оло ҡорға йыйылып, ватансылыҡ рухында күркәм байрам ойоштора.
Быйыл йыйын өс көн дауам итте һәм бер нисә этаптан торҙо. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү бөгөнгө замандың етди мәсьәләләренең береһе булыуын иҫәпкә алып, үҫмерҙәр өсөн саралар үткәреүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Тәүге көндө уларға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәләгә тарыған кешегә беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү, шулай уҡ махсус әҙерлек һәм разведка буйынса күнекмәләр күрһәтте. Хәрби-ялан шарттарында хәүефһеҙ йәшәү тәртиптәре менән танышты, инструктаж үтте. Был көндө уларға махсус тәғәйенләнештәге хеҙмәт ветерандары менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреү форсаты ла тейҙе.
Икенсе көндө лагерь иртәнге 7-лә үк аяғөҫтө ине. Зарядканан һуң йыуынып, һәр кем үҙ палаткаһы биләмәһен йыйыштырып алғас, ялан кухняһында тамаҡ туйҙырҙылар. Тейешле тәртип буйынса инструктаж үтеп, обмундирование һәм һалдат кәрәк-яраҡтары тикшерелгәс, үҫмерҙәр йәш һалдат курсын үтте. Уйын бик көсөргәнешле булды. Балалар үҙҙәренең белемен дә, физик әҙерлеген дә, етеҙлеген дә, көсөн дә, зирәклеген дә күрһәтте.
“Яугир” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Салауат Кинйәбулатов әйтеүенсә, төрлө ҡаршылыҡтарҙан торған марш-бросок йәштәрҙе бар яҡтан да һынаны. Буласаҡ һалдаттар был һынауҙы уңышлы үтте. Киләсәктә улар Тыуған илебеҙ һағында уяу торор, үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтер, тип ышанысын белдерҙе.
Марш-бросоктан һуң “Яугир йәйләүе” рәсми рәүештә асылды. Тантанала район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ринат Ғибәҙуллин ҡатнашты. Баш ҡалабыҙ Өфөнән килгән тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, тарих фәндәре кандидаты, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Салауат Хәмиҙуллин, башҡорт эстрадаһы йырсылары Зилиә Бәхтиева, Әмир Тойғонов, Заһир Байыҡ йыйынға мәртәбә өҫтәне. “Түңәрәк өҫтәл” ултырышында донъялағы, илдәге, төбәктәге дөйөм сәйәси ситуацияны, ҡуйылған маҡсаттарҙы аңлап һәм дөрөҫ эш итеү, үҙеңдең патриотик бурысыңды үтәү, Тыуған илеңдең, халҡыңдың мәнфәғәттәрен яҡларға, һаҡларға әҙер булыу кеүек күп яҡлы социаль, әхлаҡи сифаттар тураһында фекер алыштылар. Башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләһе йылға яңы бурыстар билдәләнде.
“Түңәрәк өҫтәл” менән бер үк ваҡытта спорт майҙанында балалар менән эшләү тәжрибәһе булған физик культура уҡытыусыһы Айнур Хисаметдинов етәкселегендә һабантуй ойошторолдо. Унда үҫмерҙәр көрәш, кикбоксинг, волейбол һәм бокс буйынса ярышты. Ә кескәйҙәр “күңелле эстафета”ла көс һынашты.
Эшҡыуар Шамил Кучуков алып барған бизнес-треннинг та бик урынлы булды. Бизнес менән шөғөлләнгәндәр, фермерлыҡ эшен алып барғандар иғтибарына айырым миҫалдарҙа проблемалар тикшерелде, кәңәштәр бирелде.
“Яугир йәйләүе”н ябыу тантанаһында йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзалары Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Улар - уйын төрөндә бик ҡыҙыҡлы дәрес алып барған спецназ ветераны Руслан Атъетәров, әҙернәнән атыу буйынса күнекмә ойошторған Илдар Абыҙгилдин, пистолеттан атыу буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәткән Илһам Яҡупов, бик тәмле итеп башҡорт аш-һыуын әҙерләгән Әсҡәт Ҡазбулатов, аш-һыу, өҫтәл өсөн яуаплы һәм балалар һабантуйын ойоштороусыларҙың береһе Әлфиә Ҡолошева, ойошма етәксеһенең кадрҙар буйынса урынбаҫары Марат Аҙнағолов, финанс буйынса урынбаҫары Илнур Хәмитов, беренсе медицина ярҙамын күрһәтергә өйрәткән Алмаз Ҡарағолов һәм башҡалар.
Унда шулай уҡ йәш яугирҙәр сафҡа алынды, уларға таныҡлыҡ тапшырылды. Йәш һалдат курсын уңышлы үткән үҫмерҙәр сертификат менән бүләкләнде.
Лена АБДРАХМАНОВА.