Яңылыҡтар
2 Августа 2022, 12:42

Көсһөҙлөк тип уйлама, депрессия бик етди сир

“Үҙ проблемаларығыҙға бикләнмәгеҙ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү оят түгел. Кемгә булһа ла  әхирәтеңә, әсәйеңә, яҡын кешеңә, психологҡа, табипҡа. Әрләшегеҙ, ҡысҡырығыҙ, ҡашығаяҡ ватығыҙ, ахмаҡлыҡ ҡылығыҙ. Тик йәшәгеҙ генә!”.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көсһөҙлөк тип уйлама, депрессия бик етди сирКөсһөҙлөк тип уйлама, депрессия бик етди сир
Көсһөҙлөк тип уйлама, депрессия бик етди сир

Көсһөҙлөк тип уйлама, депрессия бик етди сир

Әлеге ваҡытта депрессияға һәм паник атакаһына бирелгән ололар, бигерәк тә йәштәр бик күп. Элегерәк уны ихтыярһыҙлыҡ сир тип иҫәпләгәндәр. Бөгөнгө көндә бөтә ауырыуҙар депресиянан килә. Унда көсһөҙлөк сағылышы  ғына түгел, ә кешенең психик һәм физик  функциялары боҙолоу менән оҙатылған етди сир: артрит, астма, давления күтәрелеү, йөрәк һуғыу,ҡурҡыу,ҡолаҡтарҙың һаңғыраланыуы,күҙҙең күрмәүлеге, хәтер юҡлығы, яңғылышыу, ҡан йөрөшө насарланыуы бына ошо сирҙән барлыҡҡа килә. Яфалаған кешегә үҙеңде “ҡулыңа ал” тип әйтеүе әҙ һәм медицина ярҙамы менән дә был ауырыуҙы еңел генә еңеп булмай. Эштә, уҡыуҙа, яҡындар менән аралашҡанда ла ошо сир араны боҙа һәм эшләргә йөк бирмәй. Күп кешеләр шуның арҡаһында эштән китә.

Тикшереү шуны күрһәтә: депрессия мейе күҙәнәгенең береһенән икенсеһенә сигнал тапшырыусы ролен үтәүсе мөһим тәбиғи матдәләр балансының боҙолоуынан барлыҡҡа килә. Ул матдәләр – серотонин,норадреналин.

Серотонин – кешенең күтәренке кәйефе өсөн яуаплы.

Норадреналин – эмоциональ  нагрузка һәм физик яҡтан, энергия барлығына яуап бирә.

Ҡайғы,тормош ауырлыҡтары, яҡындарҙы юғалтыу һәм башҡа стресс хәлдәр депрессияны тағы ла көсәйтеп ебәрә. Уға бирелгән һайын яман ауырҙар барлыҡҡа килә ала: инсульт, инфаркт, сахарный диабет. Тик ҡул һалыуға барып етмәһен.

Уның билдәләре: һәр ваҡыт хәүеф тойоу, һағышланыу, быға тиклем ҡәнәғәтләндергән әйберҙәр башҡа ҡыҙыҡһындырмай, донъя мәғәнәһен юғалтыу, төшөнкөлөккә бирелеү.

Ошо йәһәттән психологтар  кәңәшен бирә: “Үҙ проблемаларығыҙға бикләнмәгеҙ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү оят түгел. Кемгә булһа ла  әхирәтеңә, әсәйеңә, яҡын кешеңә, психологҡа, табипҡа. Әрләшегеҙ, ҡысҡырығыҙ, ҡашығаяҡ ватығыҙ, ахмаҡлыҡ ҡылығыҙ. Тик йәшәгеҙ генә!”.

Ябай аҙыҡтар һәм эсемлектәр ярҙамында һаулыҡты нығытырға, күңел торошон тигеҙләргә була: 1) Көн дә бер банан ашау депрессиянан һаҡлай, кәйефте күтәрә - уның нигеҙендә бәхет гормоны;

2) Ромашка сәскәһенә ҡайнар стаканға һалып. Артабан һыуытып алғас, һөҙөгөҙ, көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсегеҙ. Нерваларҙы нормаға килтерер,тынысландырыр.

4)  Депрессияны кишер менән дә еңеп була. Йәшелсәнән көнөнә 100-200 грамм салат әҙерләп ашағыҙ йәки  яңы һығылған һутын эсеүе лә  организмға бик файҙалы.

 Төрлө йога күнегеүҙәр һәм аффирмацияларҙа күңелде тынысландыра. Психолок,психотерапевт ярҙамынан баш татрмағыҙ.  Ярҙам һорауҙан оят юҡ!

Иҫән-һау бул дуҫҡайым!

Бирешмә, һин бит үҙеңдә берәү генә!

Ярат! Ҡыуан!Йылмай!

Автор:Динара Максютова
Читайте нас