Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август , 10:37

Ғәмәлғә ашҡан хыял

Оло тормошта үҙ юлын тапҡан, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаған, йылмайып торған кешеләр мине һәр ваҡыт һоҡландыра. Яратҡан һөнәренә ғашиҡ һәм тоғро Резеда Әлимғолова – шундайҙарҙың береһе.  Ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған, алсаҡ, ихлас, ярҙамсыл, ихтирамлы, мәрхәмәтле, тырыш Резеда Сәлимйән ҡыҙының күңелендә яҡшы сифаттар ғына туплауы менән иғтибарҙы йәлеп итә. 

Ғәмәлғә ашҡан хыял
Ғәмәлғә ашҡан хыял

  Ғәмәлғә ашҡан хыял

Оло тормошта үҙ юлын тапҡан, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаған, йылмайып торған кешеләр мине һәр ваҡыт һоҡландыра. Яратҡан һөнәренә ғашиҡ һәм тоғро Резеда Әлимғолова – шундайҙарҙың береһе.  Ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған, алсаҡ, ихлас, ярҙамсыл, ихтирамлы, мәрхәмәтле, тырыш Резеда Сәлимйән ҡыҙының күңелендә яҡшы сифаттар ғына туплауы менән иғтибарҙы йәлеп итә. 

  Шәл бәйләү менән дан тотҡан Ейәнсура районының Үрге Бикбирҙе ауылында Фәриҙә һәм Сәлимйән Әлмөхәмәтовтар ғаиләһендә тыуған ул. Ғаиләгә ҙур шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәй сабый. Сыҙамлы, өлгөр, сабыр  булып үҫә. Башҡорт теленә һөйөү унда бала саҡтан уяна. Ауылда башланғыс класта белем алғас, артабан Бикбауҙа һигеҙ класты тамамлай. Әммә һыуыҡта йөрөргә ауыр булыр тип, ата-әсәһе Резеда апайҙы  Күмертау ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатҡа урынлаштыра. Тырыш ҡыҙҙың бала саҡтан уҡытыусы булам тигән хыялы тормошҡа аша, ҡуйған маҡсатына ирешә. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Юғары белем алғандан һуң йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Мәләүез районы Йомаҡ ауылына урыҫ һәм инглиз теленән уҡытырға ебәрәләр. Ошо ауылда йәш ҡыҙ үҙенең  мөхәббәтен осрата. Аҡыллы, егәрле, сибәр Риф исемле егет менән яҙмышын бәйләй. Әлимғоловтар ғаиләһе барлыҡҡа килә һәм улар ике сабыйға ғүмер бүләк итә. Илшат менән Рөстәм улдарына яҡшы тәрбиә һәм юғары белем бирәләр. Йомаҡ ауылында мәктәп ябылғас, Резеда апай Мәләүез ҡалаһында механика-технология техникумында эшләй башлай. Аҙаҡ тормош иптәше лә ҡалаға  Юл-ремонт төҙөлөшөнә килеп урынлаша.

- 13 йыл буйы ҡышҡы буранда, яҙғы ташҡын ваҡытында бер минут һуңламай эшкә йөрөнөк. Унан тыш, беҙ ауылда ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай инек. Йөрөүе рәхәт булманы, әммә һөнәремде  түҙҙем.

 Тормош иптәшем Риф менән бер ҙә ҡыйынлыҡтарға бирешмәнек. Донъяның матурлығына һоҡланып һәм рәхмәтле булып йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр, хыялдарымды тормошҡа бойомға ашырҙым, шуға бик ҡыуанам. Тормошомдан бик ҡәнәғәтмен. Яратҡан шөғөлөмә лә ваҡыт табам. Ҡышын рәхәтләнеп ултырып шәл бәйләйем. Йәйен ейәндәремде тәмле ризыҡ менән һыйлайым. Әлбиттә, мин бәхетле әсәй һәм өләсәй, яратҡан ғаиләм эргәмдә, эшемдә хөрмәт итәләр. Ирем менән бер-беребеҙгә таяныс, терәк булып йәшәйбеҙ. Йәштәр юғалып ҡалмаһын, тик алға барһын, тырышһындар, барыһына ла именлек, илдә тыныслыҡ, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ғүмер яҙһын, - ти Резеда Сәлимйән ҡыҙы.

   Хаҡлы ялда булһа ла, эшләп йөрөй. Әлеге ваҡытта ул Мәләүез ҡалаһы күп профилле һөнәрселек коледжында башҡорт теленән уҡыта. Тәжрибәле уҡытыусыны эштә ихтирам итәләр. Резеда Әлимғолова йыл һайын республика кимәлендә үткән сараларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталарына, дипломдарға лайыҡ була, юғары категориялы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны. 39 йыл ғүмерен Резеда апай балаларға тәрбиә биреүгә бағышлаған.

   Быйылғы уҡыу йылында ла республика кимәлендә үткән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән өсөн Резеда Әлимғоловаға һөнәри белем биреү колледжы директоры Рита Сәмиғуллина Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаты тапшырған.

    Резеда Сәлимйән ҡыҙы бар яҡлап та өлгөрә, эшендә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, ә йорт-ихатаһы таҙа һәм йәмле, үҫтергән йәшелсәһе уңа, табыны һәр ваҡыт һый-хөрмәткә тулы. Тырыш Ейәнсура ҡыҙы күптәргә өлгө булып тора.

Динара МӘҠСҮТОВА.

Автор:Динара Максютова