Конгэк
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август , 17:28

Тәмле генә сейә ҡайнатмаһы

Ҡайнатмалар әҙерләү ваҡыты ла етте. Хужабикәләргә сейәнән тәмле һәм  оҙаҡҡа һаҡлана торған ҡайнатма рецебын тәҡдим итәм. Был ҡайнатма тәмле һәм ҡуйы килеп сыға, ә емештәре йомшаҡ көйө ҡаласаҡ, ҡыш айҙары еткәс, бик яҡшы һаҡланасаҡ.

Тәмле генә сейә ҡайнатмаһы
Тәмле генә сейә ҡайнатмаһы


Ҡайнатмалар әҙерләү ваҡыты ла етте. Хужабикәләргә сейәнән тәмле һәм  оҙаҡҡа һаҡлана торған ҡайнатма рецебын тәҡдим итәм.
Был ҡайнатма тәмле һәм ҡуйы килеп сыға, ә емештәре йомшаҡ көйө ҡаласаҡ, ҡыш айҙары еткәс, бик яҡшы һаҡланасаҡ.

1) 1 1 стакан сейә;

2) ярты стакан һыу ҡойоп ҡайнатып сығарабыҙ, оҙаҡ ҡайнатырға кәрәкмәй;

3) 7 стакан шәкәр;  (болғап торорға онотмағыҙ, ҡайнап сыҡҡас тағы ла 10 минут ҡайнатабыҙ)

4) тағы ла 7 стакан шәкәр  өҫтәйбеҙ (ағас ҡалаҡ менән шәкәр эреп бөткәнсе болғап торорға кәрәк)

 

 Шәкәр эреп бөткәс плитаны һүндерегеҙ, шуның менән ҡайнатма әҙер. Барлығы 11 стакан сейәгә, 14 стакан шәкәр кәрәк буласаҡ. Әҙер ҡайнатманы эҫе көйөнсә банкаларға тултырып ултыртырға мөмкин, әммә ҡайнатма һыуынып бөткәс кенә  ҡапҡас менән ябырға була.

Ошо рецепты ҡулланып ҡарағыҙ, бәлки оҡшатырһығыҙ.

Автор:Динара Максютова