Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август , 15:01

Таныш булайыҡ!

Күптән түгел үҙәк район дауаханаһына йәш белгес, невролог Салауат Өмөтбаев баш врач вазифаһына тәғәйенләнде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө. Гәзит уҡыусыларын уның менән таныштырыр өсөн әңгәмә ҡорҙоҡ.

Таныш булайыҡ!
Таныш булайыҡ!

 

Салауат Вилсам улының врач стажы Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында 2012 йылда башланған. Ә медицина өлкәһенә икенсе курстан уҡ хеҙмәт итә – йәйге каникул осоронда тиҙ ярҙам күрһәтеү машинаһында санитар булып эшләй. Өсөнсө курсты тамамлағас, “Аҡсарлаҡ”лагерында фельдшер бурысын атҡара. “Икешәр-өсөшәр сменаны ла унда үткәргәнем булды. “Дуҫлыҡ” лагерында ординатура ваҡытында врач вазифаһын башҡарҙым. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дөйөм стажым 13 йылға еткән”, - тип һанап сығарҙы йәш белгес.

Үҙәк район дауаханаһы баш врачы вазифаһына тәғәйенләнер алдынан Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында неврология бүлексәһе мөдире булып эшләгән.

-Эш еңелдән булманы. Унда бөтә республиканан төрлө стадиялағы ауырыуҙар ярҙам һорап килә. Ә неврология сирҙәре үтә ҡатмарлы, ваҡытында аныҡ диагноз ҡуйыу мөһим. Һәр береһенә иғтибарлы булырға, һауығыуға ышаныс уятырға, йылы һүҙ табырға кәрәк.

Мәҡәләбеҙ геройының врач булыу хыялы бала саҡта уҡ яралған. Врач булып уйнағанда туғандарын “дауалау” менән бер рәттән, медицина темаһына ҡағылышлы китаптар уҡыған. Ҡалабыҙҙың Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында белем алғанда химия һәм биология дәрестәрен яратып өйрәнгән. Район олимпиадаларында беренсе урын яулаған. Уҡытыусыларын әле лә йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Бала саҡтан табип булырға хыялланған егеттең әсәһе Зилә Риф ҡыҙы ла – һаулыҡ һаҡлау тармағында уңышлы эшләгән врачтарҙың береһе. Мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлап, документтарын Башҡорт дәүләт медицина университетына тапшыра. Бөтә күңелен биреп уҡый, барлыҡ яңылыҡтарҙы еңел үҙләштерә, юғары уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнаша.

-“Врач булам” тигән хыялымды туғандарым да “эләктереп” алды, күңелемә ышаныс, дәрт-дарман өҫтәне. Бәләкәй саҡта әсәйем менән дауаханаға эйәреп килгән осраҡтар ҙа, хатта кешеләрҙе ҡабул иткән саҡтарында эргәһендә ултырғаным да булды. Миңә бында һәр нәмә таныш, кабинеттарҙы, бүлмәләрҙе яттан беләм тигәндәй, шуғалыр ҙа бында эшкә саҡырғас, оҙаҡ уйланманым. Тыуған яғым үҙенә тартты - ҡаршы килә алманым.

 Яңы баш врач килеү менән күп яңылыҡтар һәм үҙгәреүҙәр барлыҡҡа килде. Шуларҙың береһе – ҡағыҙ медкарта алып барыуҙан баш тартыу. Башҡа дауаханалар һәм клиникаларҙа ауырыу тарихы күптән электрон төрҙә алып барыла. Яйлап бөтә документтарҙы ла күсерербеҙ, тип өмөтләнә Салауат Вилсам улы.

-Медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифаты юғары дәрәжәлә булырға тейеш. Тикшереү үтергә сират булмаһын, көтөү ваҡыты һуҙылмаһын тигән теләктәмен. Көнөнә 20-25 кеше генә ҡабул итеү сәбәпле, быға тиклем ультратауыш тикшеренеүҙе ярты йыллап көткәндәр. Был йәһәттән хәл бер аҙ яҡшырҙы, хәҙер 45-50 кеше үтә ала. Сирле кешегә ярҙам итмәйенсә ҡайтарып ебәрергә, уларҙы көттөрөргә ярамай. Аҙаҡ һуң булыуы ихтимал.

Дауалауҙың сифаты, асыҡлығы һәм уңайлы булыуы мөһим. Кешенең теләгән белгесенә эләгеү мөмкинлеге булырға тейеш. Фельдшер-акушер пункттарын тәртипкә килтерергә һәм халыҡ өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға кәрәк, тип иҫәпләй баш врач. Был тәңгәлдә ул үткән аҙнала райондың ауыл хужалығы етәкселәре һәм фермерҙар менән осрашып, хеҙмәттәшлек тураһында һөйләште.

-Эшем оҡшай. Мине йылы ҡаршы алдылар, дауахананың тотороҡло коллективы бар, оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәп эшләгән тәжрибәле врачтар – миңә һәр яҡлап таяныс. Йәш белгестәрҙе даими иҫкәртәм: әгәр пациент һеҙҙең менән тәүге осрашыуҙан һуң кабинеттан ҡанатланып, йүнәлеренә ышанып сыҡмай икән, тимәк, һеҙ һөнәрҙе дөрөҫ һайламағанһығыҙ. Кешене тыңларға, ишетергә кәрәк. Үҙемә килгәндә, бер ҡасан да пациенттар менән әңгәмәләшеүҙән, уларҙың борсолоуҙарын тыңлап, кәңәш биреүҙән баш тартмайым, сөнки кеше врач янына ихтыяжы булғанға, йөрәген көйөнөс өйкәп торғанға инә, яҡшы мөғәмәлә, йылы һүҙ ишетеренә өмөтләнә. Кешенең күңелен ҡайтарғансы, бер нисә минутты уға бүлеүҙе хуп күрәм – әҙәм балаһын өмөт йәшәтә.

Проблемалар күп, уларҙы юҡ итер өсөн ваҡыт кәрәк. Дауахананың матди-техник базаһын яңыртыу мөһим. Әлеге ваҡытта лапароскопия терәге юҡ, 2021 йылдан алып эшләмәй. Ультратауыш тикшеренеү аппараты һәм колоноскоп кәрәк. Дауаханалар төрлө мәғлүмәт еткерергә лә тейеш.

Әйтеп үтергә кәрәк, Салауат Өмөтбаев республикала тәүгеләрҙән булып арҡа мейеһе-мейе атрофияһы менән ауырыусыларға “Спинраза” дарыуының инъекцияларын ҡуя башлаған. Был йүнәлештә лекциялар уҡый. Коронавирус пандемияһы ваҡытында ул республикабыҙҙың 16 врачы менән Ҡарасәй-Черкес Республикаһына командировкаға барып ҡайтҡан. 2020 йылда Салауат Өмөтбаевҡа Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған врачы маҡтаулы исеме бирелде. Тыйнаҡ, сабыр холоҡло булыуы, үҙ эшенә яуаплы ҡарауы менән хеҙмәттәштәре араһында хаҡлы абруй ҡаҙана, пациенттар ҙа үҙ күрә йәш белгесте. Эшен яратып, күңел биреп башҡара ул.

Салауат Вилсам улы невролог булараҡ ауырыуҙарҙы ҡабул итергә ниәтләй. Киләсәктә Мәләүез дауаханаһының неврология бүлексәһе  Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында неврология бүлексәһенән кәм булмаҫ,- тип ышана йәш врач.

-Һөнәремде яратам. Артабан да ошо өлкәлә хеҙмәт итеп, яҡташтарымдың һаулығы һағында тороуымды дауам итәсәкмен. Мәләүездә яҡшы кешеләр йәшәй, улар асыҡ күңелле, игелекле. Һәр кемдең үтенесен ҡәнәғәтләндерергә тырышам. Уларҙың һәр береһе тейешле ярҙам алыр өсөн, мин барыһын да эшләйәсәкмен.

Йәш белгес бөгөн баштан-аяҡ эшкә сумған. Салауат Вилсам улы киләсәктә Мәләүез дауаханаһына файҙа килтереп, районыбыҙ мәнфәғәтенә оҙон-оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен. Уға уңыштар теләйбеҙ!

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Таныш булайыҡ!
Таныш булайыҡ!
Автор:Лена Абдрахманова