Конгэк
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август , 12:08

Минуттарҙы һанай сәғәт

Секундтарҙы, минуттарҙы сәғәт һанай... Ваҡыт ебен туҡтамайса урай - урай... Көндәр үтә,айҙар үтә елеп кенә, Үҙ баһаһын, үҙ ҡәҙерен белеп кенә. Ғүмер аты алға елә, алға саба. Үргә менә, аҫҡа төшә, юлын таба. Аңламайбыҙ, ашығабыҙ һуңламаҫҡа, Ул аттың бит эйәһе юҡ,беҙҙән башҡа. Ваҡыт ебен әле һаман сәғәт һанай... Көндәр үтә шул сәғәткә ҡарай - ҡарай...   Рахиля Гумерова

Минуттарҙы һанай сәғәт
Минуттарҙы һанай сәғәт

Ваҡыт ҡәҙерле һәм ҡиммәтле. Был хаҡта башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә лә әйтелә:

“Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма”

“Башлаған эшеңде тамамла”

“Юғалған алтын табыла, ваҡыт табылмай”

 “Бер көн артта ҡалһаң, биш көндә лә ҡыуып етә алмаҫһың”

“Ҡалған эшкә ҡар яуа”

Ер шары бер туҡтауһыҙ әйләнә, ҡайҙалыр кис, ҡайҙалыр иртә. Ваҡыты белер өсөн дә боронғолар сәғәт уйлап сығарған. Ҡояш, майлы лампалар, шәмдәр, ҡом, һыу сәғәттәре менән эш иткәндәр. Тамсылап төшкән һыу ҙа, сәғәт һайын әйләнеп торған ҡом да ваҡытты дөрөҫ күрһәткән.

1335 йылда Миланда беренсе ябай ғына  механик сәғәтте килеп сыҡҡан. Бер нисә йылдан Италияла ҡояштың, айҙың, 5 планетаның хәрәкәтен күрһәткән сәғәтте уйлап сығаралар. Рәсәйҙә 1404 йылда Кремелдә беренсе сәғәт ҡуйыла. 1675 Гюйгенс маятниклы сәғәт килтереп сығара.  1950 йылда электромеханик сәғәттәре сыға башлай. 1967 – 1972 йылдарҙа кварц һәм электрон сәғәттәре донъя күрә. Беренсе ҡул сәғәтен Напелеондың үгәй улы Евгений Богарне тәҡдим итә.

Шулай итеп,сәғәт кешенең  тормошонда айырылғыһыҙ өлөшкә әйләнә һәм  көндәрҙе унһыҙ  бөтөнләй күҙ алдына килтереп булмай.

Автор:Динара Максютова