Конгэк
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август , 09:38

Тормошо йәйғор төҫөндәй

Фирҙәүес Мөтиғулла ҡыҙы Нәжметдинованың тормош юлы гүйә төрлө төҫтәге ептәрҙән туҡылған. Йәйғор кеүек асыҡ, сағыу, яҡты миҙгелдәре һағышҡа мансылған мәлдәре менән алмашынып килә. Шатлыҡ-ҡыуаныстары ҡайғы-хәсрәттәре менән сиратлаша. Был тормошта көслө кешеләргә, иңенә төшкән ауырлыҡты күтәрә һәм унан лайыҡлы сыға белгәндәргә генә һынау күп бирелә тигәндәре хаҡтыр. Фирҙәүес Мөтиғулла ҡыҙы ла яҙмышына төшкән ҡаршылыҡтарҙы үҙенең рух ныҡлығы, ихтыяр көсө менән еңә килә. Еңеп кенә ҡалмай, ә артабан йәшәргә дәрт-илһам таба. Кешеләргә ярҙам итергә, изгелек ҡылырға тырыша ул.

Тормошо йәйғор төҫөндәй
Тормошо йәйғор төҫөндәй

Хеҙмәттәшебеҙ сығышы менән Муллағол ауылынан. Бәләкәйҙән эшһөйәр һәм татыу ғаиләлә хеҙмәттә сынығып үҫкән. Атаһы Мөтиғулла  Сәйфулла улы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Заманында гөрләгән “Ағиҙел” колхозында водитель булып эшләгән. Ауыл советының ветерандар ойошмаһы рәйесе бурысын да намыҫлы үтәгән. Әсәһе Мәүә Кәлимулла ҡыҙының да колхоз үҫешендә роле баһалап бөткөһөҙ. Фирҙәүес апай атаһы һәм әсәһенең булмышындағы иң матур сифаттарҙы үҙләштереп үҫкән дә инде: сабыр, кешелекле, итәғәтле, күтәренке рухлы, ярҙамсыл һәм батыр йөрәкле.

Мәҡәләбеҙ геройы Аптраҡ мәктәбен тамамлағас, Мәләүез ҡалаһына юллана һәм һөнәрселек училищеларының береһендә крансы һөнәренә уҡып сыға. Орск һәм Салауат ҡалаларында хеҙмәт тәжрибәһе алып, 1986 йылда тыуған яҡтарына ҡайтырға насип була уға. Ошо уҡ йылда уны яҙмышы буласаҡ тормош иптәше менән осраштыра: Рәмил Барый улы менән ғаилә ҡороп, ауылда нигеҙләнәләр, дүрт балаға ғүмер бирәләр. Бала һөйөү, ейән-ейәнсәр күреү шатлығын да, бала юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә Фирҙәүес Мөтиғулла ҡыҙына. Әммә үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, һынау алдында бөгөлөп ҡалмаҫҡа көс табырға тырыша ул. Көслөләр көсһөҙ кешеләрҙән шуныһы менән айырыла ла инде – улар артабан йәшәргә, камиллашырға, үҫергә ынтыла. Фирҙәүес апай ҙа үҙенең күңел яҡтылығы, йөрәк йылыһы менән үҙенең генә тормошон түгел, башҡаларҙыҡын да яҡтырта, йылыта. Нимәгә тотонһа ла ҡулынан килә уның. Һуңғы егерме ике йылда ауыл хакимиәте бинаһын, биләмәһен йыйыштырып, унда эшләгәндәрҙең генә түгел, ә төрлө һорау, проблема, кәңәш, тәҡдим менән килгән яҡташтарының да йәшәйешен аҙ ғына булһа ла йәмләргә, биҙәргә тырыша ул. Фирҙәүес апай ултыртҡан сәскәләр, ысын мәғәнәһендә, иртә яҙҙан көҙгә саҡлы күҙҙе ҡыуандыра. Төп эшенән тыш, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнай. Ауыл ағинәйҙәр ойошмаһының, мәҙәниәт йортоноң “Аҫылташ” ансамбленең әүҙем ағзаһы. Ҡул эштәренә лә өлгөрә, 10 ейән-ейәнсәренә генә түгел, ә төрлө кимәлдәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу өсөн дә бәйләй һәм тегә. Спорт ярата, ҡышҡы миҙгелдә скандинавса “атлаһа”, йәйен велосипедта йөрөй ул. Үҙе артынан башҡаларҙы ла сәләмәт тормошҡа әйҙәй, яҡшы өлгө күрһәтә.

Бөгөн Фирҙәүес Мөтиғулла ҡыҙы Нәжметдиноваға 60 йәш тулды. Хеҙмәттәшебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, изгелек, артабанғы тормош юлы үҙенең күңеле кеүек яҡты, матур булыуын теләйбеҙ!

Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын,

Килә һиңә бүләк итәһе.

Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең,

Иң йылыһын һиңә әйтәһе.

Беҙ теләйбеҙ һиңә бәхет,

Тән сихәтен, күңел тыныслығын.

Оҙон ғүмер, яҡты тормош юлың

Шатлыҡ ҡыуаныстарға тулһын!

Иң изге теләктәр менән Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте коллективы, янғын һағы, китапхана, магазин хеҙмәткәрҙәре.

 

Тормошо йәйғор төҫөндәй
Тормошо йәйғор төҫөндәй
Автор:Лена Абдрахманова