Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2022, 07:15

Аҡыллы фекерҙәр

Бала тәрбиәләү мәсьәләһе ниндәй генә заманды алма һәр ваҡыт бик киҫкен һәм актуаль булған. Йәш быуын аҡыллы, тәрбиәле, изгелекле булып үҫһен өсөн бөйөк ғалимдар, яҙыусылар, аҡыл эйәләре, педагогтар баш ватҡан. Тәрбиәгә, атай-әсәй һәм бала мөнәсәбәтенә ҡағылышлы афоризмдар, цитаталар, мәҡәл-әйтемдәрҙең күп булыуы ла шуны иҫбатлай: Башһыҙ өйҙә ата тороп, ул һөйләр, инә тороп, ҡыҙ һөйләр. (Башҡорт халыҡ мәҡәле).  

Аҡыллы фекерҙәр
Аҡыллы фекерҙәр

Атай-әсәйегеҙ алдында бик әҙәпле булығыҙ, уларҙың һүҙен тотоғоҙ, өйрәткәндәрен тыңлағыҙ, ҡысҡырмай, әҙәпле, асыҡ һөйләшегеҙ. Улар аяғөҫтө торған ваҡытта һеҙ ҙә ултырмағыҙ!

(Р. Фәхретдинов).

 

Атай-әсәһен һөймәгән ҡыҙ яман,

Ҡан-ҡәрҙәшен һөймәгән ул яман.

 

 

Бала - атай-әсәйҙең әхлаҡи көҙгөһө.

(В.Сухомлинский).

Балағыҙ һеҙҙе хөрмәт итеүен теләһәгеҙ, иң беренсе үҙегеҙ уға ихтирам күрһәтегеҙ.

(Д.Дрешер).

 

Йыш ҡына атай-әсәй балаһының тормошона ҡыҫыла, ә бик һирәк кенә ҡыҙыҡһына.

(Е.Аркин).

Фото Интернеттан.

Аҡыллы фекерҙәр
Аҡыллы фекерҙәр
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: