Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2022, 09:16

СӘХНӘ АЛИҺӘЛӘРЕ МЕНӘН ОСРАШЫУ

Борон-борондан ҡалған ҡанун бар: батыры, сәсәне, йырсыһы булған ырыу көслө, ырыҫлы булып танылған.

СӘХНӘ АЛИҺӘЛӘРЕ МЕНӘН ОСРАШЫУ
СӘХНӘ АЛИҺӘЛӘРЕ МЕНӘН ОСРАШЫУ

5 август Үрге Юлдаш ауылы мәктәбендә Республикабыҙҙың ғына түгел, тотош илебеҙҙең һөйөүен яулаған, Урал тауҙарының хозурлығын, ғорурлығын, башҡорт ҡатындарының гүзәллеген донъя кимәленә сығарып данлаған Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР – ының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева һәм Башҡорт АССР – ының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әнисә Яхиналар менән йәнле осрашыу үтте. Сара барышында китапханасы ижад һәм китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙҙы уларҙың тормош юлдарындағы мөһим даталар менән таныштырҙы. Был күркәм осрашыуға балалыҡ дуҫы, класташы Тәнзилә Хәмит ҡыҙы менән осрашыуға тип, күрше Һабаш ауылынан, Алсынбаева(Тимеряева) Зөбәржәт апай ҙа килеп еткән. Улар бала саҡ хәтирәләрен яңыртып, бергә уҡыған йылдарын иҫкә төшөрөп, беҙгә йышыраҡ осрашып, хәлдәребеҙҙе белеп торорға тип, һүҙ ҡуйыштылар.

Был йәмле һәм йәнле әңгәмәләшеүгә уҡыусылар ихлас ҡушылды. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап таптылар. Артабан сәнғәт оҫталары һүҙ алды. Улар үҙҙәре менән булған төрлө ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп һөйләп киттеләр. Сара йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. “Ижад шишмәһе” клубы һәм “Йондоҙсоҡ” бейеү ансамбле музыкаль күстәнәстәре менән уртаҡлашты.

Ҡунаҡтарыбыҙ әлеге көндә лә ижадтарының емеш биргән осорон кисереп йәшәйҙәр. Күпме ижад кисәләрен гөрләтеп уҙғарҙылар, уларҙы сәхнәнән генә түгел, телевидение тулҡындары аша ла меңдәрсә кеше ҡарап илһамланды.

Билдәле сәхнә алиһәләре менән осрашыу балалар өсөн онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды. Улар Тәнзилә Үҙәнбаева башҡарыуындағы легендар халыҡ йырҙарын йотлоғоп тыңланылар, һүҙ оҫтаһы Әнисә Яхина башҡарыуындағы бөйөк шағирҙарыбыҙ яҙған әҫәрҙәрҙе яттан һөйләүе төпһөҙ диңгеҙгә сумдырҙы.

Борон-борондан ҡалған ҡанун бар: батыры, сәсәне, йырсыһы булған ырыу көслө, ырыҫлы булып танылған. Ошондай һәләтле ханымдар булғанда Башҡорт иле булып, ғәйрәтле дәүләт булып йәшәгән, йәшәй һәм йәшәйәсәк. Тағы ла осрашыуҙарҙы, сығыштарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ҡалабыҙ! Тамашасылар сәнғәт кешеләре менән осрашыуҙан дарман алһа, ижадсылар ҙа халыҡтың яҡшы мөнәсәбәтенән иләҫләнеп, улар менән аралашыуҙан йәм-тәм таба. Ҡунаҡтарыбыҙға артабан да илһамлы ижад, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай бәрәкәтле тормош теләйбеҙ!

Гөлирә Әнәс ҡыҙы Ишһарина, Юлдаш ауылы китапханаһы

СӘХНӘ АЛИҺӘЛӘРЕ МЕНӘН ОСРАШЫУ
СӘХНӘ АЛИҺӘЛӘРЕ МЕНӘН ОСРАШЫУ
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: