Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2022, 12:08

Уйланырға урын бар

Шайтан ендәрҙе саҡырып алған да: “Беҙ кешеләрҙе камиллашыуҙан тыя алмайбыҙ. Уларға уҡырға, белем алырға, атай-олатайҙары аҡылына таянырға ла ҡамасаулап булмай. Ырыу (Род) менән бәйләнештәре барлыҡҡа килеү менән беҙ улар менән идара итә алмайбыҙ. Әммә беҙ кешенең ваҡытын урлай алабыҙ. Бының өсөн улар һәр саҡ нимә менән булһа ла мәшғүл булырға тейеш. Шунда ғына артабан камиллаша алмаҫтар”, - тигән.

Уйланырға урын бар
Уйланырға урын бар

“Бының өсөн нимә эшләргә тейешбеҙ?” – тип һораған ендәр.

“Аңын, уйын, бар булмышын ваҡ-төйәк менән тултырыу өсөн төрлө ысул уйлап табығыҙ. Иң мөһиме, матди байлыҡҡа ынтылырға кәрәклеген ышандырығыҙ. Кешене күп аҡса эшләргә, ҙур килем алыу хыялы менән йәшәргә ҡотортоғоҙ. Ресторанға, кафеға йөрөр, ҡиммәтле кейем һатып алыр, йортона зиннәтле ремонт яһар, уны модалы мебель менән йыһазландырыр өсөн ҙур эш хаҡы алһындар. Уларҙы кәрәккән-кәрәкмәгәнгә аҡса сарыф итергә, булмаһа бурысҡа, кредитҡа алырға күндерегеҙ. Матди байлыҡҡа ынтылыштары булғанда инде уларға атай-олатайҙар белеме лә кәрәкмәй, камиллашыу теләге лә булмаясаҡ.

Балаларын тәрбиәләргә ваҡыттары булмаһын өсөн ҡатындарын эшкә йөрөргә, ә ирҙәрен аҙнаһына 6-7 көн, ә көнөнә 10-12 сәғәт эшләргә кәрәклеген ышандырығыҙ. Балаларының иртәнән кискә тиклем урамда насар кампания менән йөрөүенә булышлыҡ итегеҙ. Шул саҡта уларҙың уҡығылары ла килмәҫ, изгелек көтөргә лә кәрәкмәҫ. Һөҙөмтәлә ғаилә тарҡалыр, ә беҙ уларға ҡайғыһын “йыуырға” эсергә булышлыҡ итербеҙ.

Телевизор, компьютер артында күберәк ултырһындар өсөн төрлө ысул уйлап табығыҙ, көнө буйы эшләп торһон. Һәр магазинда, ресторанда ныҡ тауышлы, мәғәнәһеҙ, һүҙе иҫтә ҡалмаҫлыҡ йырҙар яңғырап торһон. Был уларҙың аңына блок-кәртә ҡуйыр һәм Ырыу (Род) менән берҙәмлеген емерер. Кафе өҫтәлдәренә күп итеп журнал-гәзит һалығыҙ. Тәүлек әйләнәһенә уларҙың мейеһенә һәр төрлө яңылыҡ һәм реклама менән һөжүм итегеҙ. Почта йәшниктәрен реклама, почта буйынса тауар яҙҙырып алыу өсөн каталогтар һәм бушлай тауар, хеҙмәт, ялған өмөт тәҡдим иткән башҡа төрлө мәғлүмәт менән тултырығыҙ.

Ирҙәрҙе тышҡы матурлыҡ – иң мөһиме икәнлегенә ышандырыр, үҙ ҡатындарынан ҡәнәғәт булмаһын өсөн журналдарҙа, телевизорҙан ябыҡ, матур моделдәрҙе күрһәтегеҙ. Ирҙәрен яратырға ваҡыты ҡалмаһын өсөн ҡатындарының һәр ваҡыт арып йөрөүенә булышлыҡ итегеҙ. Әгәр улар иренә һөйөүен бүләк итмәһә, улар уны ситтән табасаҡ. Был инде ғаилә емерелеүгә килтерәсәк!

Дини байрамдарында уларҙы байрам мәшәҡәте менән арбағыҙ. Балаларына уларҙың әһәмиәтен аңлатмаһын өсөн телевидениенан концерттар, иҫерек мәжлестәр күрһәтегеҙ. Хатта отпускынан да арып ҡайтһындар... Тәбиғәткә сығып, уның матурлығын күрмәһен, ҡоштар, йылғалар тауышын тыңламаһын өсөн уларҙың иғтибарын һәр ваҡыт нимәгә булһа ла йәлеп итегеҙ. Күңел асыу урындарына, паркка, спорт сараларына, уйынға, концертҡа, киноға ебәрегеҙ! Йыһандан көс алырға ваҡыттары булмаһын өсөн уларҙың тормошон ығы-зығы менән тултырығыҙ. Тиҙҙән улар, аҡса һәм эше арҡаһында һаулығын, ғаиләһен юғалтып, тик үҙенә генә ышанып эш итә башлаясаҡ. Был мотлаҡ шулай буласаҡ!” – тип аңлатҡан ул.

Ендәр ҡыуанышып, ерҙә бөтәһе лә һәр ваҡыт нимә менән булһа ла мәшғүл булһын өсөн ҡушҡандарҙы үтәргә керешкән. Шайтандың ниәте бойомға аштымы икән? Был хаҡта үҙегеҙ уйланығыҙ!..

Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе.

Уйланырға урын бар
Уйланырға урын бар
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: