+24 °С
Болотло
Хөрмәтле спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары!
Һеҙҙе ысын күңелдән спорт һәм сәләмәтлек байрамы – Физкультурниктар көнө менән ҡотлайбыҙ.
Был байрам тормошо спорт, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм физик культура менән тығыҙ бәйләнгән, үҙенең тән һәм рух көсөн нығытыусы төрлө йәштәге, төрлө һөнәр кешеләрен берләштерә. Бөгөнгө көндә спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы мәләүездәр һаны артыуы шатлыҡлы күренеш. Йылдан-йыл район һәм республика ярыштарында еңеү һәм призлы урындар яулаусыларыбыҙ ҙа арта бара. Беҙ төбәк, ил һәм халыҡ-ара кимәлдә еңеүҙәргә өлгәшкән билдәле яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек, спортсыларыбыҙға – уңышлы старттар һәм яңы спорт ҡаҙаныштары теләйбеҙ!