

10 килограмм помидорҙы йыуып, һут сығарғыс аша үткәрергә. 1 литр һутҡа 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тоҙ алына.
Кәстрүлгә һалынған һутҡа тоҙ менән шәкәр ҡомон ҡушып, болғатып ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас , 6-7 минут тоторға һәм стерилләнгән банкаларға һалып ҡаплап ҡуйырға. 8 литр һут сыға.