Яңылыҡтар
17 Августа 2022, 12:30

тиҙ тоҙлана торған ҡыяр

Быйыл баҡсаларҙа ҡыярҙар мул уңыш биргән. Хужабикәләргә еңел һәм тиҙ тоҙлана торған рецепт тәҡдим итәбеҙ. Тоҙламаһыҙ (рассол): * 1 кг  ҡыяр; * 1 аш ҡалағы тоҙ; * 3-4 һарымһаҡ; * укроп

Добавить в предпочтительные источники Google
тиҙ тоҙлана торған ҡыяртиҙ тоҙлана торған ҡыяр
тиҙ тоҙлана торған ҡыяр

Укроп һәм һарымһаҡты ваҡлап турарға. Ҡыярҙы йыуып, остарын ҡырҡып ташларға. Полиэтилен пакетҡа ҡыярҙы теҙеп һалырға, шунда уҡ укроп, һарымһаҡ, тоҙ өҫтәргә. Пакеттың осон тығыҙ итеп бәйләп ҡуйығыҙ, һыуы ағып тормаһын өсөн тағы бер пакетты ҡатларға була. Ныҡ ҡына һелкетеп алғандан һуң һыуытҡысҡа ҡуйырға. Мәле-мәле менән һелкетеп торорға онотмағыҙ. 6-8 сәғәттән һуң тоҙло ҡыяр һеҙҙең табынығыҙға әҙер.

Автор:Динара Максютова
Читайте нас