

. Береһе — бер, икенсеһе икенсе төрлө һүҙ һөйләгәндәр тиҙ хушлаша. Дуҫлыҡҡа тап төшмәһен өсөн һәр саҡ үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белергә кәрәк. “Дуҫҡа баш булмайҙар, тиң булалар”, тип өйрәтә халыҡ аҡылы. Дуҫыңа вәғәҙә биргәнһең икән — мотлаҡ үтәргә тейешһең. “Алдаҡсы дуҫың булғансы, ғәҙел дошманың булһын”, ти ошо хаҡта халыҡ мәҡәле.
Йөҙ һум аҡсаң булғансы,йөҙ дуҫың булһын.
Яҡшы менән юлдаш булһаң, уңырһың –яман менән юлдаш булһаң, туңырһың.
Ҡурҡаҡ дуҫ ҡыйыу дошмандан ҡурҡынысыраҡ.
Дуҫлыҡ яуҙа һынала.
Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма.
Дуҫ дуҫ өсөн мал бирер, яу килгәндә йән бирер.
Дуҫ - дуҫтың көҙгөһө.
Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер.
Дуҫ килгән көн - байрам көн.
Дуҫ һөйөнһөн, дошман көйөнһөн.
Дуҫ хаҡы өсөн йән фиҙа.
Дуҫ әйтһә - ҡалма, дошман әйтһә - барма.
Дуҫты тапҡансы эҙлә,тапһаң - һаҡла.
Дуҫы күпте яу алмай.
Дуҫһыҙ кеше - ҡанатһыҙ ҡош.
Дуҫың күп булһа, дошманың үҙе үлер.
Дуҫың ниндәй - ҡәҙерең шундай.
Дуҫың яныңда булмаһа, донъяның йәме юҡ.
Ике яҡшы дуҫ булһа, ике аранан ҡыл үтмәҫ.
Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын.
Кейемдең яңыһын маҡта, дуҫтың иҫкеһен маҡта.
Дуҫыңды дуҫ итә бел, эшеңде эш итә бел.
Дуҫың һуҡмағына үлән үҫтермә.
Йөҙ һум аҡса булғансы, йөҙ дуҫың булһын.
Ысын дуҫ бәхетһеҙлектә һанала.
Ағас тамыры менән, кеше дуҫтары менән көслө.
Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә.
Дуҫ ҡәҙерен һуғышта белерһең.
Дуҫын яҡламаған яуға ҡалыр.
Дуҫ битлеген кейгән дошман хәтәр.
Дуҫ-ишле булайым тиһәң, кенә тотма.
Дуҫ күҙеңә ҡарап әйтер, дошман артыңда ғәйбәт һатыр.
Дуҫ күп булһа ла — аҙ, дошман бер булһа ла — күп.
Дуҫ менән дуҫ булғанға шатлан, дошман менән дуҫ булыуҙан һаҡлан.
Дуҫ үпкәләһә, дошман кинәнер.
Дуҫтан дошманды айыра бел.
ҡалышыу — дуҫһыҙ ҡалыу.
Дуҫтар хәтерен ҡалдырһаң, дошман хәтерен табырһың.
Дуҫтың дуҫлығы ҡара көндә беленер.
Дуҫтың дуҫлығы яуҙа беленә.
Дуҫың булһа, үҙеңдән артыҡ булһын.
Дуҫың менән дуҫ булғанға шатлан,
Дошманың менән дуҫ булғандан һаҡлан!
Дуҫың яман булһа, айбалтаң яныңда булһын.
Дуҫың яныңда булмаһа, донъяның йәме юҡ.
Дуҫыңа ат бирмә, ат бирһәң, яй йөрө, тимә.
Дуҫыңды дуҫ итә бел, эшеңде эш итә бел.
Дуҫыңдың кем икәнен юлға сыҡҡас белерһең.
Егетте дуҫынан таны.
Ике йөҙлө дуҫтан дошман яҡшы.
Дуҫлыҡ.
Ысын, тоғро.
Һынала, дәртләндерә, илһамландыра.
Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белегеҙ!