

Фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың был китабы тиражы 1940 йылда тулыһынса юҡ ителгән. Хатаһын төҙәтергә тип бирелгән бер нисәүһе генә ҡалған. Корректорҙарҙың шундай яҙыуы бар «110 страниц, перепечатать. На ошибки на стр. 63,65, 166 и 190 дать опечатки».
Китапҡа "Аҡбуҙат" эпосы, "Мәргән менән Маянһылыу", "Ҡараһаҡал", "Юлай менән Салауат" легендалары ингән.