Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Сентября 2022, 04:44

Форумдан яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтҡан

Өфөлә Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте. Унда ниндәй мәсьәләләр ҡаралды? Ошо һорау менән йыйын делегаты мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдиноваға мөрәжәғәт иттек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Форумдан яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтҡанФорумдан яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтҡан
Форумдан яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтҡан

 

-Ике көн буйына барған туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы бик юғары кимәлдә ойошторолған ине. Беренсе көндө “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында майҙансыҡтар эше ойошторолдо. Мин туған тел уҡытыусылары майҙанында эшләнем. Унда алдынғы ҡарашлы төрлө туған тел уҡытыусыларының тәжрибә уртаҡлашыуы бик отошло булды. Төштән һуң төркөмдәргә бүленеп туған телгә өйрәтеүҙә осраған ҡаршылыҡтырҙы булдырмау юлдары ҡаралды, ҡыҙыу дискуссия барҙы. мәғариф, туған мәҙәниәтте үҫтереү һәм балаларыбыҙҙы, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләрен тикшерҙек

Беренсе көн матур әҙәби-музыкаль кисә менән тамамланды. Сара барышында үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған бер төркөм педагогтарға юғары наградалар тапшырылды.
Икенсе көндө эш Өфө ҡалаһындағы төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итте. Мин бер төркөм методистар, уҡытыусылар менән полилингваль мәктәптә булып, ундағы булдырылған шарттарға, уҡыусыларҙың яҡшы һөҙөмтәләренә һоҡланып ҡайттым.

Йыйында шулай уҡ милли йолаларҙы, мәҙәниәттәрҙе, телдәрҙе үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлау бурысын бергәләп хәл итеү буйынса фекер алышытыҡ.

Форум Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров менән осрашыу һәм асыҡтан-асыҡ һөйләшеү менән тамамланды. Яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттым, артабан да туған телдәргә иғтибар ныҡлы булыр, барлыҡ ата-әсәләр ҙә баланың туған телде өйрәнеүе уның шәхсән үҫешенә тик ыңғай йоғонто яһағанын аңлар, тип ышанам, - ти Вилиә Марат ҡыҙы.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас