Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь , 09:30

Ауылса картуф

Ингредиенттар:1 кг - картуф1 сәй ҡалағы тоҙ1/2 с.ҡ ҡара борос1/2 с.ҡ паприка1 с.ҡ орегано1/2 с.ҡ кипкән һарымһаҡ1/3 с.ҡ. базилик1/3 с.ҡ куркума40 мл зәйтүн майы

Ауылса картуф
Ауылса картуф

РЕЦЕПТ
🔹Картуфты яҡшылап йыуып, ҡоротып һәм киҫәкләп бүләбеҙ. Мискенгә һалабыҙ.
🔹Барлыҡ әҙерләнгән тәмләткестәрҙе, майҙы һалып, яҡшы итеп бутайбыҙ.
🔹Табаға пергамент ҡағыҙын йәйеп картуфты теҙеп һалабыҙ.
🔹190°C тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 40-45 минут бешерәбеҙ.

Автор:Динара Максютова