Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь , 13:45

Ҡабаҡтан пюре-аш

Быйыл ҡабаҡ бик уңды. Уны яҙға тиклем һаҡларға ла булла. Төрлө ризыҡтар әҙерләргә лә мөмкин. Ильвира Заһиҙуллина рецебы менән аш-пюре бешереп ашарға тәҡдим итәбеҙ.

Ҡабаҡтан пюре-аш
Ҡабаҡтан пюре-аш

 

Ҡабаҡтың тышын әрсеп, турағыҙ ҙа кәстрүлгә һалып, өҫтөн ҡапларлыҡ итеп һыу ҡойоғоҙ. Йомшағыраҡ, туҡлыҡлыраҡ булһын тиһәгеҙ, бер-ике картуф ҡушырға ла мөмкин. Ҡайнап сыҡҡас, тоҙ һалып, талғын ғына утта бешереп алығыҙ. Ҡул аҫтында иретелгән сырығыҙ булһа, уны ла һалып ебәрергә була. Бешеп сыҡҡас, блендер менән пюре эшләгеҙ. Ҡуйыраҡ күренһә, бер аҙ ҡайнаған һыу өҫтәгеҙ. Шыйыҡ килеп сыҡһа, сохарый һалып ашарға мөмкин. Өҫтәлгә бирер алдынан йәшел тәмләткестәр һалығыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Лена Абдрахманова