Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь , 13:48

Ә һеҙ тәҙрәгеҙҙе нисек йыуаһығыҙ?

Ошо алымды "Шоңҡар" журналынан уҡығайным. Бик тә оҡшап ҡалды.

Ә һеҙ тәҙрәгеҙҙе нисек йыуаһығыҙ?
Ә һеҙ тәҙрәгеҙҙе нисек йыуаһығыҙ?


Ярты стакан йылы һыуға бер аш ҡалағы глицерин, 2 аш ҡалағы самаһында кондиционер һалығыҙ. Бергә ҡушҡандан һуң 15 минут тотоп тороғоҙ. Тәҙрәне йыуып, ҡоротҡас, щеткаға әлеге ҡатнашманы бер тамсы һалып, тәҙрәне ике яҡлап яҡшы итеп ышҡығыҙ.
Был иретмә тәҙрә быялаһын һаҡлай торған ҡатлам барлыҡҡа килтерә. Шуға күрә уға бысраҡ, саң, ямғыр тамсыһы бик йәбешмәй һәм ярты йыл самаһы тәҙрә бысранмаҫ.

Автор:Лена Абдрахманова