Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2022, 13:40

Хәйер-саҙаҡа тураһында беҙ нимә беләбеҙ?

Саҙаҡа – ул Аллаһы Тәғәлә хаҡына ҡылынған ниндәй ҙә булһа изге эш, ғәмәл. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ(с.ғ.с.): «Мөлкәтегеҙҙе зәҡәт менән һаҡлағыҙ, ауырыуҙарығыҙҙы хәйер менән дауалағыҙ, бәләләрегеҙҙе доға менән бороғоҙ», – тигән.

Хәйер-саҙаҡа тураһында беҙ нимә беләбеҙ?
Хәйер-саҙаҡа тураһында беҙ нимә беләбеҙ?


Мохтаждарға ярҙам иткән, хәйер-саҙаҡа биреп торғандарҙы Хоҙай фани донъяла уҡ йән тыныслығы һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо менән бүләкләй. Бер телем икмәк йә йотом һыу биреү ҙә - саҙаҡа, ул ҙурлығы-бәләкәйлеге менән үлсәнә торған дәүмәл түгел. «Ярҙам көткәндәргә ҡул һонған һайын Аллаһы Тәғәләнең һағышығыҙҙы һәм хәстәрҙәрегеҙҙе кәметеүен тойорһоғоҙ. Мәрхәмәтлелек – динебеҙ дауаханаһындағы иң шифалы саралыр», – тиелә замандашыбыҙ Әл-Ҡәрниҙең хәҙистәргә таянып яҙылған «Нисек бәхетле булырға?» тигән китабында.
Аллаһ илсеһенең: «Саҙаҡа Аллаһы Тәғәләнең ризаһыҙлығын кәметә, фажиғәләрҙән һәм ҡурҡыныс үлемдән һаҡлай», – тигән һүҙҙәре лә бар.
Тамырында «хәйер» һүҙе ятҡан хәйерле тигән сифатты ата-бабаларыбыҙ юҡҡа ғына яҡшы, уңышлы, бәрәкәтле кеүек яҡты ҡөҙрәт менән һуғарылған һүҙҙәр урынына ҡулланмаған бит. Хәйерле көн, хәйерле юл, хәйерле сәғәттә, хәйерле бала булһын, хәйерлегә булһын ише һүҙбәйләнештәрҙә, тимәк, Хоҙай мәрхәмәте аҫтында булайыҡ, тигән мәғәнә лә ята.
(Интернеттан)

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: