

-Эйе, дөрөҫ әйтәһең, мин һинең турала яҙам. Әммә бында нимә хаҡында түгел, ә нимә менән яҙыуым мөһим. Һин ҙурайғас, ошо ҡәләм һымаҡ булыуыңды теләйем...
Малай ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өләсәһенең ҡулындағы ҡәләмгә ҡарап тора, әммә уның бер ниндәй үҙенсәлеген дә күрмәй:
-Был ҡәләм башҡаларҙан бер нәмәһенән дә айырылмай!
-Шулай, улым, бөтә нәмә лә һинең үҙеңдең мөнәсәбәтеңә бәйле. Теге йәки был ваҡиғаға, әйбергә ҡрашың нисек, тормошоң да шулай була. Бына, мәҫәлән, был ҡәләмдең биш сифаты бар. Һиңә бирелгән ғүмерҙе матур итеп үтер өсөн улар һиңә лә бик кәрәк.
Беренсенән, һин гений булыуың бар. Әммә бер ҡасан да һине йүнәлтеүсе ҡул барлығы тураһында онотма. Ул - Аллаһы Тәғәлә нуры!
Икенсенән, таҙа, тигеҙ яҙыр өсөн ҡәләмде осларға кәрәк. Был уның өсөн ауыртыу тыуҙыра. Әммә осламайынса матур яҙып булмай. Кеше тормошонда ла шулай. Матур ғүмер итеү өсөн һыҙланыуҙарҙы ла үтергә тура килә. Түҙергә тырыш!
Өсөнсөнән, ҡәләм менән яҙғанда хата тип уйлаһаң, һәр ваҡыт уны юйғыс менән юйырға мөмкин. Яҡшы яҡҡа үҙгәрергә бер ҡасан да һуң түгел. Был - йыш ҡына Хаҡ юлдан тайпылмауҙа берҙән-бер ысул ул. Иҫеңдә тот!
Дүртенсенән, ҡәләмдең ниндәй ағастан эшләнгәне, формаһы бик үк әһәмиәтле түгел. Ә уның эсендәгеһе, графиты, мөһим. Һинең күңелеңдә лә тик яҡшылыҡ ҡына булһын!
Бишенсенән, ҡәләм кеүек кеше лә һәр ваҡыт үҙенең ҡылығы, холҡо һәм эше менән эҙ ҡалдыра. Һәр аҙымыңды уйлап эшлә, улым. Эҙең матур, яҡты булһын!
Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе