

Еләк-емеш үҫентеләре ҡышҡа инер алдынан ҙур һынау үткәрә. Иртә ҡар яуһа, ер туңмай ҡала. Был осорҙа ҡайһы бер үҫентеләрҙең тамыры әкренләп тын ала, йәшәүен дауам итә, киләһе йыл уңышына көс туплай. Көҙҙә еләк-емеш төптәре серетмә, торф йәки бысҡы вағы менән күмелһә, үҫентеләрҙең тамыры һыуыҡтарға бирешеп бармай. Емеш ботаҡтары 40-50 градус һалҡынды ғына ауыр үткәрә.
С.Хажиев