Конгэк
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь , 09:51

Был донъяла миңә бик күп кәрәк

Был донъяла миңә бик күп кәрәк -Донъя үҙе кәрәк, Ер кәрәк.Ер өҫтөндә үҫкән гөл кәрәк.Йөрәгемдә көлгән гөлдәр көйһә,Ямғыр алып килер ел кәрәк.Бәхет булмағанда, миндә - юҡ бит,Бәхет кәрәк миңә, мул кәрәк.Ә тормошһоҙ, ысын, ҙур тормошһоҙБуламы ни бәхет? Ул кәрәк.Күҙҙәремә ҡарар күҙҙәр кәрәк.Ҡулдарымдан тотор ҡул кәрәк.Оҙон юлға бергә сығыр өсөн,Дуҫҡа илткән ҡыҫҡа юл кәрәк.Өлкән уйҙарымдың ғорур һыны -Маңлайыма биҙәк-һыр кәрәк.Күге бейек булһа - кем дә бөркөтБаш өҫтөмдә бейек күк кәрәк.Был донъяға күпте бирер өсөнБыл донъяла миңә күп кәрәк. Тере йөрәктәрҙә йәшәп ҡалырРухың өсөн хистән таж кәрәк,Тәнең өсөн һәйкәл-таш кәрәк.Шул аҡ ташҡа дөрләп тамыр өсөнТик бер генә тамсы йәш кәрәк.РәшитНазаров  

Был донъяла миңә бик күп кәрәк
Был донъяла миңә бик күп кәрәк
Был донъяла миңә бик күп кәрәк -
Донъя үҙе кәрәк, Ер кәрәк.
Ер өҫтөндә үҫкән гөл кәрәк.
Йөрәгемдә көлгән гөлдәр көйһә,
Ямғыр алып килер ел кәрәк.
Бәхет булмағанда, миндә - юҡ бит,
Бәхет кәрәк миңә, мул кәрәк.
Ә тормошһоҙ, ысын, ҙур тормошһоҙ
Буламы ни бәхет? Ул кәрәк.
Күҙҙәремә ҡарар күҙҙәр кәрәк.
Ҡулдарымдан тотор ҡул кәрәк.
Оҙон юлға бергә сығыр өсөн,
Дуҫҡа илткән ҡыҫҡа юл кәрәк.
Өлкән уйҙарымдың ғорур һыны -
Маңлайыма биҙәк-һыр кәрәк.
Күге бейек булһа - кем дә бөркөт
Баш өҫтөмдә бейек күк кәрәк.
Был донъяға күпте бирер өсөн
Был донъяла миңә күп кәрәк. Тере йөрәктәрҙә йәшәп ҡалыр
Рухың өсөн хистән таж кәрәк,
Тәнең өсөн һәйкәл-таш кәрәк.
Шул аҡ ташҡа дөрләп тамыр өсөн
Тик бер генә тамсы йәш кәрәк.
РәшитНазаров
 
Автор:Динара Максютова