Конгэк
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь , 09:50

Башҡортостандың автоинспекторҙары водителгә ярҙам иткән

Өфө — Инйәр — Белорет трассаһының 112 километрында полиция лейтенанты Радмир Хәмзин һәм  Рәфис Дәүләтов юл буйында  ҡар менән ҡапланған ВАЗ-2109-ҙы күреп ҡала

Башҡортостандың автоинспекторҙары водителгә ярҙам иткән
Башҡортостандың автоинспекторҙары водителгә ярҙам иткән

Машинаның тәҙрәләре бәҫ менән ҡапланған, салонда бер ир булған. Ир, полицияны күреп, сығырға маташа, әммә шул тиклем өшөгән була, хәле етмәй.

Водитель Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 25 йәшлек егет икәне асыҡлана. Юлда машинаның яғыулығы бөттө, тине ул. Үтеп барған автомобилдәрҙе туҡтатырға маташҡан, тик береһе лә ярҙамға килмәй. Егет буш юлда яңғыҙ ҡала. Төнө буйы һыуыҡ «жигули»ҙа ултырырға тура килә. Һауа температураһы -15 градусҡа төшә. Иртән егет ҡулдарын, аяҡтарын да һиҙмәй башлай.

Инспекторҙар, хәлде баһалап, шунда уҡ егетте патруль машинаһына ултырта һәм Инзер дауаханаһына алып бара. Табиптар иргә етди гипотермия диагнозы ҡуйған.

Автор:Пресс-служба МВД по Республике Башкортостан