Конгэк
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь , 11:08

Яңы йылға әҙерлек бара

Мәләүез ҡалаһына өс сертификацияланған боҙ тауҙары һатып алынған. Уларҙы үҙәк майҙанда, "Дан" паркында һәм Гагарин исемендәге паркта ҡуйыу ҡаралған

Яңы йылға әҙерлек бара
Яңы йылға әҙерлек бара

"Балаларға байрам кәйефе тыуҙырыу өсөн Яңы йылға әҙерлек буйынса эш башланды. Боҙ тауҙары буйынса хәҙер яңы талаптар булдырылды – улар мотлаҡ сертификацияланған булырға тейеш. Был хәүефһеҙлекте көсәйтеү маҡсатында ҡуйылған талап, етештереүсе бының өсөн яуап бирә. Сертификатлы таусыҡтарҙы быйыл өс майҙасыҡта урынлаштырыу күҙ уңында тотола," - тине ҡала хакимиәте башлығы Азамат Хәсәнов. 

Быға тиклем булған тауҙар сертификацияға тап килмәй ине.  Балалар тауҙары һатып алырға аҡса өҫтәлде. Ә бына төрлө төҫлө, архитектура яҡтыртҡыстары менән әлегә ашыҡмай торалар.  

Яңы йылға әҙерлек бара
Яңы йылға әҙерлек бара
Яңы йылға әҙерлек бара
Автор:Гульназ Салаватова