Яңылыҡтар
2 Декабря 2022, 05:02

Мөһим темаға семинар

  1 декабрҙә район-ҡала мәктәптәре директорҙарының тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары 4-се мәктәптә  семинарға йыйылды

Добавить в предпочтительные источники Google
Мөһим темаға семинарМөһим темаға семинар
Мөһим темаға семинар

 

Йәш быуынға төплө белем биреү, уларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләү менән бер рәттән, егет һәм ҡыҙҙарҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләһе буйынса мөһим фекер алышыу булды. Семинар барышында темаға ҡағылышлы доклад менән Л.П. Трекозова, В.В. Гнездилов һәм Ю.В. Тукмаков сығыш яһаны. Йәш быуында ватансылыҡ рухын  уятыу һәм 4-се мәктәптә үткәрелгән саралар тураһында һүҙ барҙы. Мәләүез районында уңышлы эшләгән эҙәрмән хәрәкәте күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.

 “Бөгөнгө заманда илһөйәрлек тойғоһо бик мөһим. Беҙ, геройҙарҙың вариҫтары, берҙәм көс булырға тейешбеҙ. Быны иҫтә тоторға һәм яҡташтарыбыҙ мираҫы менән ғорурланырға кәрәк”, - тигән фекер йөрөтә эҙәрмән отряды етәксеһе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, эҙәрмәндәр төркөмө генерал Шайморатов вафат булған урында булып ҡайтҡан.

Саҡырылған ҡунаҡтар өсөн асыҡ дәрестәр үткәрелде. Унынсылар өсөн уйын форматында тарихи-илһөйәрлек сара ойошторолдо. Алтынсылар Билдәһеҙ һалдат көнө айҡанлы һуғыш хаттары тураһында класс сәғәтендә ҡатнашты. Балалар илебеҙ тарихына ҡағылышлы һорауҙарға әүҙем яуап ҡайтарҙы, уйланырға ла урын булды.

Илһөйәрлек тойғоһо, иң беренсе, ғаиләлә һалына. Тәү сиратта, үҙеңдең ғаиләңде, тыуған ереңде, телеңде һөйөү, халҡың мәҙәниәтен, тарихын хөрмәт итеү. Ошо фекер бөтә сығыштарҙа ла ҡыҙыл еп булып үтте.

Мөһим темаға семинар
Мөһим темаға семинар
Мөһим темаға семинар
Мөһим темаға семинар
Мөһим темаға семинар
Мөһим темаға семинар
Мөһим темаға семинар
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас