Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Декабря 2022, 04:43

Суд залынан

Район судында ер бәхәсе ҡаралды

Добавить в предпочтительные источники Google
Суд залынанСуд залынан
Суд залынан

 

Район суды К.-ның Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына торг йәки сауҙалашыу үткәрмәй ер участкаһы биреү тураһында ҡарарын ғәмәлдән сығарыу хаҡында дәғүәһен ҡараны.  К. Нөгөш ауылында баҡса үҫтереү маҡсаты менән ер участкаһы алырға  теләгән, әммә министрлыҡ сәбәбен күрһәтеп, баш тартҡан.

Бында Гражданлыҡ процессуаль кодексының 56-сы статьяһы боҙолған. Дәғүәсенең тейешле дәлилдәре, был участкаларға уның милек хоҡуғы юҡ, нәҫелдән дә килмәгән. Урындағы үҙидаралыҡ тарафынан ер участкаһы бирелеү тураһында ҡарар ҙа ҡабул ителмәгән.

Шулай уҡ К. баҡса ширҡәте ағзаһы ла түгел. Ағзалыҡ кенәгәһен суд ҡабул итмәй, сөнки бында ер участкаһының майҙаны һәм урынлашҡан ере теркәлмәгән. Граждан урынлашыу схемаһын раҫлау өсөн муниципаль органға мөрәжәғәт итмәгән.

Дәғүәсе дәллилдәр килтермәне, тимәк, был участканың сиктәре лә билдәләнмәгән. Участканың сиге билдәләнмәүе башҡа граждандарҙың хоҡуғын боҙоуы ихтимал.

Суд ҡарары буйынса К. ер участкаһын баҡсасылыҡ өсөн ҡуллана алмай, хоҡуҡи нигеҙ юҡ.

Мәләүез район суды матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас