Көнгәк
+5 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Декабря 2022, 04:00

Билдәһеҙ һалдат көнө айҡанлы

3 декабрь– ил территорияһында йәки унан ситтә ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған Рәсәй һәм Совет хәрбиҙәре иҫтәлегенә арналған Билдәһеҙ һалдат көнө

Билдәһеҙ һалдат көнө айҡанлыБилдәһеҙ һалдат көнө айҡанлы
Билдәһеҙ һалдат көнө айҡанлы

Был иҫтәлекле датаны булдырыу тураһында Указ 2014 йылда донъя күрҙе.

1966 йылдың ошо көнөндә Мәскәү янында немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеүҙең 25 йыллығын билдәләү сиктәрендә Ленинград шоссеһының 41-се километрында ерләнгән билдәһеҙ һалдаттың һөйәктәре тантаналы шарттарҙа баш ҡаланың Александров баҡсаһына күсерелә. 

«Хәтер китабы»нда Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған совет һалдаттарының осһоҙ-ҡырыйһыҙ исемлегендә күп фамилияларҙың ҡаршыһында «хәбәрһеҙ юғалған» тип яҙылған. Һәләк булғандарҙың ерләү урыны күрһәтелмәгән. Уларҙың мәйеттәре яландарҙа, урмандарҙа, һаҙлыҡтарҙа ятып ҡалған. Бик аҙҙарының ғына исемдәрен ҡайтарыуға өлгәшелә, ҡалғандары «билдәһеҙ һалдаттар» булып ҡала.

Яу яланында ятып ҡалған бөтә Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә Мәләүездең "Дан" паркындағы Мәңгелек утҡа 4-се мәктәп уҡыусылары сәскәләр һалды. 

Билдәһеҙ һалдат көнө айҡанлы
Билдәһеҙ һалдат көнө айҡанлы
Билдәһеҙ һалдат көнө айҡанлы
Билдәһеҙ һалдат көнө айҡанлы
Билдәһеҙ һалдат көнө айҡанлы
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас