ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2023, 19:49

Башҡортостан – һөт менән тәьмин итеү буйынса Рәсәйҙә лидерҙар иҫәбендә

16 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктә һөт эшкәртеү үҫешен тикшерҙеләр.

Башҡортостан – һөт менән тәьмин итеү буйынса Рәсәйҙә лидерҙар иҫәбендә
Башҡортостан – һөт менән тәьмин итеү буйынса Рәсәйҙә лидерҙар иҫәбендә

 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан һыйырҙар һаны буйынса илдә икенсе (365 мең баш) һәм һөт етештереү буйынса (757,3 мең тонна) бишенсе урынды биләй, тип хәбәр итте «Өфө Һөт Заводы» ның генераль директоры Илдар Фәйзуллин. Шул уҡ ваҡытта республика халыҡты һөт һәм һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү буйынса Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Ҡулланыуҙың медицина нормаһында йылына 325 килограмм һөт ҡаралһа, Башҡортостанда йыл һайын бер кешегә яҡынса 400 килограмм һөт һауып алына.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: