Конгэк
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар , 16:30

Кәңәшле эш тарҡалмай

 "Яугир" ойошмаһының яңы рәйесе Марат Аҙнағолов һәм Салауат Кинйәбулатов район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов менән осрашты. Көн тәртибендә йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеге, яңы йылға планлаштырылған саралар ҡаралды.

Кәңәшле эш тарҡалмай
Кәңәшле эш тарҡалмай

Рөстәм Наил улы "Яугир" ойошмаһының йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе, йәштәр араһында милли спорт һәм мәҙәниәтте үҫтереү йүнәлешендәге эшенә юғары баһа бирҙе. Кинйә Арыҫланов исемендәге милли көрәш буйынса VII төбәк-ара  турнирын ойоштороу мәсьәләһе буйынса фекер алыштылар. 28 ғинуарҙа спорт һарайында махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса республика турниры үтәсәк. Башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алыштылар, тәҡдимдәр индерелде.

Радик САЛАУАТОВ.

Автор:Лена Абдрахманова