Конгэк
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар , 16:35

Пушкин картаһының балансы яңырҙы! Ҡайҙа барабыҙ?

Филармонияға, музейға, театрға йәки киноға бушлай барырға теләһәгеҙ, 14 - 22 йәштәге йәш кешеләр өсөн сығарылған Пушкин картаһын файҙаланығыҙ.

Пушкин картаһының балансы яңырҙы! Ҡайҙа барабыҙ?
Пушкин картаһының балансы яңырҙы! Ҡайҙа барабыҙ?

2023 йыл дауамында 5 мең һум аҡсаны мәҙәни сараларға тотонорға мөмкин.

"Мәҙәниәт.РФ" сайтында Башҡортостан афишаһын ҡарағыҙ: https://vk.cc/ckJToQ

Картаны рәсмиләштереү өсөн:

«Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» мобиль ҡушымтаһын телефонға күсереп алырға кәрәк vk.cc/cdxs6o - бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш

Ниндәй карта алырға теләйһегеҙ - виртуаль йәки пластик картамы - һайларға кәрәк

Виртуаль карта ҡушымтала уҡ бирелә. Пластик карта алыу өсөн Почта Банк бүлексәләренең береһенә барырға кәрәк. Үҙең менән паспорт һәм СНИЛС алырға кәрәк буласаҡ.

«Пушкин картаһы» программаһына ярҙам итеү хеҙмәте: 8 (800) 100 06 45

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Лена Абдрахманова