Яуап биреү урынына атаһы өс бер төрлө кәстрүлгә һыу һалған да утҡа ултыртҡан. Береһенә кишер, икенсеһенә йомортҡа, өсөнсөһөнә ҡәһүә (кофе) һалған.
Бер аҙҙан кишерҙе, йомортҡаны һауыттан сығарған да, өс кәстрүлдәге һыуҙы бер сынаяҡ кофеға ҡойған.
-Нимә үҙгәрҙе? – тип һораған улынан.
-Йомортҡа менән кишер бешеп сыҡты, ә ҡәһүә һыуҙа ирене, - тип яуап биргән уныһы.
-Юҡ, улым, тәү ҡарамаҡҡа шулай күренә генә ул. Бына ҡара: ҡаты кишер йомшарҙы, ә шыйыҡ йомортҡа ҡатты. Уларҙың тышҡы йөҙө шул көйөнсә ҡалды, ҡайнар һыу тик структураларын ғына үҙгәртте.
Кешеләр ҙә шулай: көслө булып күренгәндәр ысынында йыш ҡына көсһөҙ улар. Йомшаҡ һәм наҙлыларҙың, киреһенсә, эске көсө-ҡеүәте нығыраҡ...
-Ә ҡәһүә? – тип һораған улы.
-О! Бына быныһы иң ҡыҙығы! Кофе яңы мөхиттә бөтөнләй үҙгәрҙе – ҡайнар һыуҙа ул хуш еҫле эсемлеккә әйләнде. Шундай кешеләр ҙә бар арабыҙҙа...
Һәр хәл-тороштоң, ваҡиғаларҙың ыңғай яғын табып, уларҙан һабаҡ, фәһем һәм ғибрәт алып, тормошоңдо яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тырышырға кәрәк.
Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе.