Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2023, 17:42

Йәшен утын тәне аша үткәргән

Ап-аҡ ҡарҙы ярып, ыҡсым ғына йортҡа инәм. Ғинуарҙың тынды ҡурырҙай һалҡынынан һуң өйҙәге йылылыҡ күңелгә икеләтә рәхәтлек өҫтәй. Редакция йомошо менән Иҫке Муса ауылында йәшәгән Миңъямал Һөйәрова эргәһенә килдем.

Ыҡсым ғына йорттоң түрбашында ултырған инәй әсәйҙәрсә хәстәрлек менән өшөгән бармаҡтарымды үҙенең бәләкәс кенә устарында йылыта. “Быйыл ҡыш һалҡын шул. Туңғанһың бит, йәштәр ҡалын кейенергә яратмай, йылға буйында бигерәк һыуыҡ”,- тип ҡала яңылыҡтары, йәшәйеш тураһында әңгәмәне башлап ебәрҙек.

Мәғлүмәт өсөн: ауылдың урынын 1742 йылда Муса Һөйәров исемле ир уҙаман һайлай. Тарихты белгәндәр Һөйәровтар ырыуын татыу, ярҙамсыл булыуҙары менән хәтерләй.

1929 йылда Ташлыкүл ауылында тыуа Миңъямал инәй. Был осор балаларының тормошон тәфсирләп яҙыуҙың кәрәге бармы икән!? Аслыҡ, яланғаслыҡ ныҡ хәтеренә һеңә уның. Аталары йәшләй генә вафат була, әсәһе ике ҡыҙы менән ҡала. Оло апаһы Хәҙисәне ФЗО-ға алалар, Миңъямал башкөллө колхоз эшенә сума. Эштән ҡурҡмай улар - үгеҙ менән ер һөрә, ашлыҡ сәсә, утай, көтөү көтә, келәттә орлоҡ елгәрә. Ир-егеттәр фронтта, еңергә кәрәк тигән өмөт кенә ана шулай көндө-төнгә ялғап эшләргә мәжбүр итә. Уныһына ла түҙеп булыр ине, әммә йәй эҫеһендә әлһерәп арып ҡайтҡан ҡыҙ тупһанан аша атлап та инә, ҡапыл ҡолаҡ тондорғос шартлау яңғырай һәм йортҡа ут тоҡана.

- Ниндәйҙер көс мине урамға алып бәрҙе, сытырҙап янған йорттан имгәкләп саҡ ҡына йыраҡлашҡанымды хәтерләйем, - ти инәй, йәштәрен һөртөп. Йәшен уты бына шулай ҡыҙҙы йортһоҙ ғына түгел, әсәйһеҙ ҙә ҡалдыра. Тәненән йәшен уты үткән ҡыҙҙы ауылдаштары ергә күмеп, терелтеп ала. Ейәндәре баш ауыртҡанда, тән һыҙлағанды өләсәйҙәренең ҡул шифаһы ярҙам итеүен белә. 

 17 йәше тулыр тулмаҫ ҡыҙ яҙмышын Иҫке Мусанан Ғизелхаҡ Һөйәров менән бәйләй. Һуғыштан һуң ауыл хужалығын көрсөктән сығарыуҙа, үҫтереүҙә ошо быуын балаларының өлөшө әйтеп бөткөһөҙ. Татыу ғаилә бөтә ерҙә лә өлгөрә, йорт та төҙөй, балалар ҙа үҫтерә.

Минихаҡ, Юлай улдары әсәйҙәренән алыҫ та йәшәмәй, килеп хәлдәрен белеп, ярҙамлашып тора. Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында йәшәгән Сафура ҡыҙы ла бөгөн әсәһе тураһында хәстәрлек күрә.

Миңъямал инәй - бөгөн ауылдың иң оло кешеһе. Йәштәргә үҙ кәңәшен биреп, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашып йәшәй ул.

Ярҙамдан Первомай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Олег Суботин да ташламай, уның хәстәренә ифрат шат хеҙмәт ветераны һәм гәзит бите аша рәхмәтен белдерә.

Йәшен утын тәне аша үткәргән
Йәшен утын тәне аша үткәргән
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: