Траур митингыһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡаһарман яҡташыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Александр Александрович 1989 йылдың 18 мартында тыуған. Ҡаланың 3-сө гимназияһын уңышлы тамамлаған. Уҡытыусылары, тиҫтерҙәре, бергә хеҙмәт иткән дуҫтары яугирҙе тик яҡшы яҡтан иҫкә алды. Александр үҫмер сағынан хәрби юлды һайлаған. Коломенский артиллерия училищеһын, артиллерия маршалы М.Н.Чистяков исемендәге Ҡаҙан юғары артиллерия училищеһын (хәрби институт) тамамлай. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен реактив артиллерия взводы командиры булып башлай. 2015-2016 йылдарҙа Сирияла Ғәрәп Республикаһында махсус операцияла ҡатнаша. Штаб начальнигы, дивизион командиры урынбаҫары, дивизион командиры булып хеҙмәт итә. 2021 йылдан бөгөнгә тиклем үҙ йөрөшлө артиллерия дивизионы командиры була. Махсус хәрби операцияла 2022 йылдың 24 февраленән ҡатнашҡан.
Хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне һәм батырлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре һәм Оборона министрлығы наградалары менән билдәләнгән. Һәләк булғандан һуң Батырлыҡ һәм Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов орденына лайыҡ булды. Был наградаларҙы хушлашыу митингыһында хәрбиҙең ҡатынына Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов тапшырҙы.
Батыр яҡташыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ҡыйыу һалдаттың исеме йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Александр Корицкий фотоһы.