Конгэк
-15 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2023, 17:32

Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ

   

Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ

Әсәй... Ниндәй наҙлы, йылы һәм бик мөһим һүҙ. Ул үҙендә изгелек, хәстәрлек һәм мөхәббәт йөрөтә. Һәм был һүҙҙәрҙең барыһы ла әсәйемә тура килә.
Әсәйемдең исеме - Гөлназ. Һәм мин уның тураһында сәғәттәр генә түгел, ә көндәр һәм төндәр буйы һөйләй алам. Исеме лә ниндәй... Гөлназ - наҙлы сәскә. Һис шикһеҙ, яратҡан әсәйебеҙ донъялағы иң яҡшы әсәй тип әйтә алам.
Ул беҙҙең өсөн ҡатын-ҡыҙ, әсә, бал ҡортондай эшһөйәрлек эталоны булып тора. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, ул барыһын да еренә еткереп эшләй. Ә һеҙ уның ниндәй тәмле бәлештәр һәм ҡоймаҡтар бешергәнен, ниндәй иҫ киткес матур милли биҙәүестәр эшләүен белһәгеҙ!
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ. Ул беҙҙе һәр ваҡыт тыңлаған, аңлаған һәм дөрөҫ юл күрһәткән ҡәҙерле кешебеҙ. Ул һәр ваҡыт эргәбеҙҙә. Ул өйҙә уңайлылыҡ тыуҙырған һәм көн һайын беҙгә үҙенең һөйөүен бүләк иткән, һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ.

 

Рузилә Сәйетбатталова.

Автор:
Читайте нас: