ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2023, 15:15

Әсе боростоң файҙалы яғын астым

Ә һеҙ уның менән ниндәй дауаланыу ысулын беләһегеҙ?

Әсе боростоң файҙалы яғын астым
Әсе боростоң файҙалы яғын астым

Уны аш-һыу әҙерләгәндә генә түгел, башҡаса ла файҙаланып була.
Һуңғы арала табанға ҡаҙаҡ ҡаҙалып торғандағы кеүек, атлауы бигерәк ҡыйын була башланы. Сатанлап йөрөгәнемде күреп, хеҙмәттәшем яҡшы дауаланыу ысулы тәҡдим итте. Ҡыҙыл әсе боросто (мин инде һыуытҡыстағыһын ҡулландым) орлоҡтарынан таҙартып, табанға бәйләп ҡуйҙым. Кемдер лейкопластырь менән йәбештереп нығыта, мин өҫтөнән ҡәҙимге полиэтилен моҡсай ғына кейҙем. Башалтай ҙа кейеп ҡуйғас, урынынан шылмаҫлыҡ булды. Дүрт-биш көн шулай йөрөһәң, үксәләге шпора (сирҙең исеме урыҫ телендә шулай атала) ҡул менән һыпырып алған кеүек юҡҡа сыға тиҙәр.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: